+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Февраль 2021, 23:00

Ҡотлауҙар - Себер тарафтарына

Бик-Ҡарамалы егете Айнур Ғәлләмов та байрам айҡанлы ҡотлауҙар ҡабул итә

Суйынсы урта мәктәбендә 9-сы класты тамамлағандан һуң Айнур һис бер икеләнеүһеҙ Дәүләкәндәге 103-сө һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. Диплом алғас, йәш белгесте үҙе практика үткән "Нефтемаш" нефть һәм газ машиналары төҙөү заводына эшкә алалар. Тәүге хеҙмәт сынығыуын егет тап ошонда ала. Тәжрибәле, өлкәнерәк коллегаларының кәңәштәре Айнурға бик ҡулай була. 2014 йылда Дәүләкән хәрби комиссариатынан Айнур Ғәлләмовҡа армияға повестка килә. Тыуған ерендә хеҙмәт сынығыуы алған белгес булараҡ, хәрби хеҙмәт ҡурҡытмай уны, Тыуған ил алдындағы хәрби бурысын үтәргә әҙер була. Һамар ҡалаһының Кряж ҡасабаһында кесе сержант званиеһында хеҙмәт итә.
Бөгөн Айнур Таһир улы Ғәлләмов ҡырыҫ Себер яҡтарында - "Сургутнефтегаз"да һөнәре буйынса эшләп йөрөй. 23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнө айҡанлы, был көндәрҙә Айнурға төрлө яҡтан ҡотлауҙар килә. Таныштары, дуҫтары егеткә яуаплы эшендә уңыштар теләй. Был ҡотлауҙарға ата-әсәһе лә ҡушыла. Ә эш вахтаһы тамамланыу менән Айнур тиҙерәк тыуған яғына, Бик-Ҡарамалыға, яҡындары, туғандары эргәһенә ашҡынып ҡайта.
Читайте нас: