+17 °С
Болотло
Башта алманы йыуып, үҙәген таҙартып түңәрәк итеп киҫәбеҙ. Һуғанды әрсеп турайбыҙ, бауырҙы йыуып ваҡлайбыҙ.
Табаны йылытып, ике аш ҡалағы тирәһе үҫемлек майы һалып, алманы 5-6 минут тирәһе ҡыҙҙырабыҙ. Әҙерәк шәкәр ҡомо ла өҫтәйбеҙ. Әҙер алманы тәрилкәгә һалабыҙ.
Шул уҡ майҙа һуғанды ҡыҙҙырып, һауытҡа бушатабыҙ. Бауырҙы онда әүәләп, тоҙлап , борослап, табаға көнбағыш майы өҫтәп, талғын утта 7-8 минут тирәһе ҡурабыҙ. Әҙер бауырға тәүҙә һуған, шунан алма һалып өҫтәлгә йылы килеш бирәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!