Рәилдең ярты йылы үтеп киткән дә инде. Ул 2020 йылдың йәйендә әрме хеҙмәтенә алына. Армияға тиклем Рәил яғыулыҡ-энергетика колледжын тамамлаған. Кисәге студентҡа хәрби хеҙмәт ауыр бирелмәй. Егеттең Ватан алдындағы бурысын лайыҡлы үтәүенә шик юҡ, сөнки ағай кеше булараҡ, лицей-интернаттың 7-се класында уҡып йөрөүсе ҡустыһы Наил өсөн дә өлгө булырға тейеш ул. Наил дә бит буласаҡ һалдат.
- Улым менән телефондан һөйләшкән һайын күҙ йәштәремде тыя алмайым, шул тиклем һағындым һалдатымды - ти Рәилдең әсәһе Гөлназ Шәйхетдинова.
Һыуыҡ ҡыштар үтеп, ер йәш йәшеллеккә төрөнгөн мәлдә олпатланып киткән улдары ҡапҡаны асып инер ҙә:
- Һаумы, әсәй, мин ҡайттым. - тип ҡосағына алыр. Ул саҡта инде әсә күҙҙәре һағыныу йәштәренә түгел, шатлыҡ йәштәренә тулыр...