+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Февраль 2021, 10:05

23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө

Һалдат һүҙе

Дуҫтарыма
Тоғро дуҫмын икән,
Дошманыма – мин хас дошманмын.
Был һүҙҙәрҙе
Һалдат анты итеп
Әйтәм шулай йөрәк ҡушҡанын.
Минең күңел
Һаман тыныс түгел,
Ер-Әсәбеҙ әрней, яралы.
Берәү бығау сисә,
Икенсегә
Киң донъялар ниңә тар әле?!
Мин һалдатмын –
Донъя күҙ-ҡолағы,
Офоҡ ҡына күкте ялмаһын.
Еребеҙгә
Ҡан-йәш таммаһын да,
Елдәр ҡабат утта янмаһын.
Һүҙҙәремде бушҡа һөйләмәйем,
Уйлайым мин төптән иң элек.
Иңдәремә, ике погон итеп,
Өмөт менән
Ике ҡулын һалған Кешелек.
Ирек Кинйәбулатов.
Читайте нас: