0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Февраль 2021, 18:20

«Һалдат йылдары онотолмай» -

ти Дәүләкән ҡалаһында йәшәүсе Фәнгиз Ғәли улы Ғайсин.Уның хаҡында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Фәнгиз Ғәли улы Ғайсин 1967 йылда Әлшәй районы Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында күп балалы ғаиләлә донъяға килгән. Бәләкәй сағынан уҡ тырыш, эш һөйөүсән булып үҫә. Ҡыпсаҡ-Асҡар урта мәктәбендә 4-се класты тамамлағас, 5-8-се кластарҙа Дәүләкән ҡалаһы интернат-мәктәбендә (хәҙерге лицей-интернат) белем ала, артабан тыуған ауылында урта мәктәп тамамлай. Ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алғас, Стәрлетамаҡ районы Первомайский совхозында училищела водитель һөнәренә уҡый. Водитель таныҡлығы алғас, Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхозда хеҙмәт юлын башлай.
1985 йылдың ноябрендә Совет Армияһы сафына алына һәм совет ғәскәрҙәренең Германиялағы сикләнгән контингентына эләгә. Витшток-Доссе ҡалаһындағы Хәрби һауа көстәренең 81752-се хәрби часында хеҙмәт итә. Хеҙмәт иткән осоронда үҙен яҡшы яҡтан ғына күрһәтә. Ауылға ата-әсәһенә хаттары ла йыш килеп тора. 1987 йылдың ноябрендә демобилизациялана. Тыуған ауылына ҡайтҡас, аҙ ғына ял иткәндән һуң, колхозда водитель булып эш башлай. Өйләнә. Бер ҡыҙ, бер улға ғүмер биреп, икеһенә лә яҡшы тәрбиә, юғары белем алырға ярҙам итәләр. Артабан хеҙмәт юлын Дәүләкән ҡалаһының 1-се күсмә мехколоннаһында, һуңынан алыҫ Себер тарафтарында вахта ысулы менән дауам итә. Бөгөнгө көндә хаҡлы ялда, ике ейәне Руслан менән Артурҙың ҡыуаныстарына һөйөнөп йәшәй.
Армиялағы йылдарын, ундағы дуҫтарын йыш иҫкә ала. Һалдат формаһы ла һаман һаҡлана. Дуҫтары менән әле лә бәйләнешен юғалтмай, аралашып йәшәй.
«Армия беҙҙең өсөн ысын ир-егеттәр мәктәбе булды. Унда үткән ике йыл ғүмер күңелдә мәңгелеккә уйылып ҡалды. Дуҫтарымды, командирҙарымды йыш иҫкә алам», - ти Фәнгиз Ғайсин.
Читайте нас: