+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Февраль 2021, 12:15

Армия альбомын аҡтарып...

Илдар Рәис улы Туҡаев өсөн был альбом иң иҫтәлекле ҡомартҡы, хеҙмәт йылдарының сағылышы

Уны ҡулына алыу менән хәтирәләр яңыра, хеҙмәттәштәренең һәр ҡайһыһы күҙ алдына баҫа. Илдар Туҡаев 1987-1989 йылдарҙа Хәрби-һауа көстәре ғәскәрҙәрендә ике йыл хеҙмәт итә. Ватан алдындағы бурысын үтәүгә арналған ошо ике йылын ул йәшлегенең иң матур мәле итеп иҫкә ала. Дуҫ, татыу булалар. Бергә хеҙмәт иткән дуҫтары менән ул бөгөн дә бәйләнеш тота. Өфөнән Алексей Саматов, Туймазынан Дамир Хәлимов, Шишмәнән Шамил Юлдашев менән һәр ваҡыт аралашып, хәл-әхүәл белешеп торалар, Амур өлкәһендә хеҙмәт иткән осорҙағы ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе иҫкә төшөрәләр. Бөгөн, байрам көнөндә, Илдар Рәис улының телефоны шылтырауҙан туҡтамай ҙа тиерлек. Ҡотлауҙар республиканың төрлө төбәктәренән килә, сөнки хеҙмәттәштәре төрлө тарафтарҙа эшләп йөрөй.
Армия альбомындағы күп һанлы фотолар араһында беҙ уның ике туған ағаһы, Ғүмәр ауылы егете Зинфир Марс улы Фәтхетдинов менән төшкән фотоһын һайлап алдыҡ. Зинфир Марс улы ла үҙ ваҡытында хәрби хеҙмәтен үтәгән, бөгөн Өфө ҡалаһында ғүмер итә. Спорт менән әүҙем шөғөлләнә. Илдар менән Зинфирҙың ғаиләһе, хәләл ефеттәре Эльвира һәм Гөлназ тормош иптәштәрен ысын күңелдән 23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡайнар ҡотлай һәм артабан да оҙаҡ йылдар бәхеттә, шатлыҡта бергә ғүмер итергә яҙһын тип теләй.
Читайте нас: