Иртәгә ир-егеттәребеҙ байрамы – Ватанды һаҡлаусылар көнө. Ошо уңайҙан әрмелә булып, илебеҙ ҡаршыһындағы бурыстарын намыҫ менән үтәп ҡайтҡан ир-егеттәребеҙ хөрмәтенә районда төрлө мәҙәни саралар, «Йәгеҙ әле, егеттәр!» конкурстары уҙғарылған. Унда әрме хеҙмәтен үтеп ҡайтҡандар ҙа, буласаҡ һалдаттар ҙа ҙур теләк менән ҡатнашҡан.
Ҡоръятмаҫ ауылы китапханаһында китапханасы Зөбәржәт Ғизаметдин ҡыҙы Шәймөхәмәтова, мәҫәлән, байрам уңайынан «Ил һағында» тигән патриотик сәғәт үткәргән. Сараның маҡсаты – йәштәрҙә юғары патриотик аңлылыҡты, Ватанға хеҙмәт итеү, уны ҡорал ярҙамында һаҡлауҙы тәьмин итеү, хәрби тарихҡа, хәрби хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү идеяларын формалаштырыу.
Был осрашыуҙа күптән түгел әрме хеҙмәтенән ҡайтҡан Ватан һаҡсыһы, ошо ауылда тыуып-үҫкән Замир Ратмир улы Шәйхетдинов ҡатнашҡан. Ул сарала ҡатнашыусыларға бөгөнгө әрме хеҙмәтенең үҙенсәлектәре, әрме тормошонан ҡыҙыҡлы хәлдәр, тыуған ил алдында бурыс үтәүҙең мөһимлеге тураһында һөйләгән.
«Һылыуҡай» бейеү ансамбленең бейеүсе ҡыҙҙары һалдат ағайҙары ҡаршыһында концерт программаһы менән сығыш яһаған.
Осрашыу юғары патриотик рухта үткән.