-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Февраль 2021, 15:30

Еңеү парадында ҡатнашыусы...

Бөгөн ысын ир-егеттәр байрамы – Ватанды һаҡлаусылар көнө. Ошо уңайҙан һеҙҙең иғтибарға әрмелә булып, илебеҙ ҡаршыһындағы бурыстарын намыҫ менән үтәп ҡайтҡан ир-егеттәребеҙ тураһында мәҡәләләр һәм Дәүләкән районы Айыухан ауылында йәшәүсе Буранғоловтарға арналған яҙманың дауамын тәҡдим итәбеҙ. Артабанғы һүҙебеҙ – Ранис Рәмил улы Буранғолов тураһында.

Ранис Рәмил улы Буранғолов 1999 йылда Дәүләкән районы Айыухан ауылында тыуған. Атаһы һәм ағаһы Денис кеүек үк, ул да Раев мәктәбендә белем ала. 9-сы класты тамамлағас, Һамар ҡалаһы тимер юлсылар техникумына уҡырға инә. Диплом алғас, Рәсәй әрмеһе сафтарына алына. Мәскәү эргәһендәге Наро-Фоминск ҡалаһында данлыҡлы 4-се айырымланған гвардия Кантемиров танк дивизияһында хеҙмәт итә. Яҡшы хеҙмәт иткәне өсөн хәрби часть командованиеһы Ранистың ата-әсәһе Рәмил һәм Гүзәлиә исеменә Рәхмәт хаты ебәрә.
2020 йылдың 24 июнендә Мәскәү ҡалаһында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан уҙғарылған Парата ла ҡатнаша Ранис. Бының өсөн иҫтәлекле миҙал менән бүләкләнә.
Бөгөнгө көндә Өфө ҡалаһында тырышып эшләп йөрөй.
Читайте нас: