+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Февраль 2021, 13:30

Финляндия, Норвегия,Рәсәй сигендә...

Илфаҡ Хәмитов ике йыл дауамында ил сигендә һаҡта тора

Ул - сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән. Ул йылдарҙа был ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итеү бик тә абруйлы һанала. Ни тиһәң дә, илебеҙгә дошман аяға баҫмаһын өсөн аяу торған һалдаттар була бит улар. Ғәҙәттә был ғәскәрҙәргә мыҡты кәүҙәле, сыҙамлы егеттәр алына. Өршәк йылғаһын бәләкәйҙән үк иңләп-буйлап йөҙгән, йәйәүләп биш киломер алыҫлыҡта ятҡан Яңы Йәнбәк мәктәбенә уҡырға йөрөгән Илфаҡ тап шундайҙарҙан була. Оҙон буйлы, мыҡты кәүҙәле егеттең илебеҙ сиген һаҡлай. Балаҡатай районынан хеҙмәттәше Йомағол Фазаргуллин менән армиялағы дуҫлыҡ бөгөн дә дауам итә. Йомағол - Хәмитовтар ғаиләһендә һәр ваҡыт көтөп алынған ҡәҙерле ҡунаҡ. Бөгөн инде улар 19-20 йәшлек егеттәр түгел, ә тормош тәжрибәһе туплаған, гөрләтеп донъя көткән ир-уҙамандар. Шуға ла осрашҡанда һүҙ күберәге тормош-көнкүрешкә бәйле була. Үткәндәрҙе лә онотмайҙар, мотлаҡ армиялағы көндәрҙе хәтергә төшөрәләр. Сик буйы ғәскәрҙәре көнө улар өсөн айырыуса әһәмиәтле байрам. Уныһы, әлбиттә, йәмле май айында, ә бөгөн, февраль көнөндә, улар Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләй. Яугир һәр саҡ яугир булап ҡала, улар өсөн ваҡыт айырмаһы ла, йәш сикләүе лә юҡ.
Читайте нас: