-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Февраль 2021, 19:50

Миҙал - 23 йыл үткәс

Бөгөн ысын ир-егеттәр байрамы - Ватанды һаҡлаусылар көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан беҙ һеҙҙең иғтибарға әрмелә булып, илебеҙ ҡаршыһындағы бурыстарын намыҫ менән үтәп ҡайтҡан ир-егеттәребеҙ тураһында мәҡәләләр тәҡдим итәбеҙ.Киләһе яҙма - Дәүләкән ҡалаһында йәшәүсе Рәмил Рифҡәт улы Хисмәтуллин тураһында.Артабан беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

1991 йылдың 6 сентябрендә Джохар Дудаев яҡлы ҡоралланған кешеләр Чечен-Ингуш АССР-ның Юғары Советы бинаһына баҫып инә һәм депутаттарҙы тарата. Шулай итеп, Чечен республикаһының бойондороҡһоҙлоғо тураһында иғлан иткән сепаратистар республикала Совет власынан ҡотола. Был оҙайлы сәйәси бәрелешкә, ә артабан Рәсәйҙең төп трагедияһы - чечен һуғышына килтерә.
Рәмил Рифҡәт улы Хисмәтуллин 1977 йылда Дәүләкән районы Поляковка ауылында донъяға килә. 1995-1997 йылдарҙа Эске эштәр министрлығы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә, Чечен-Ингуш АССР-ы халҡын һаҡлауҙа ҡатнаша.
Бөгөнгө көндә Рәмил Рифҡәт улы Дәүләкән ҡалаһында йәшәй. Ғаилә ҡорған. Тормош иптәше Айгөл менән ике улға ғүмер бүләк иткәндәр. Оло улдары Артур Рәсәй әрмеһе сафтарында тыуған ил ҡаршыһындағы бурысын үтәй, Улдары Арсен - әле уҡыусы.
Хеҙмәтен тамамлап ҡайтыуына 23 йыл үткәс, геройҙы 2020 йылдың декабрендә юғары награда - "Хәрби ҡаҙаныштар өсөн" миҙалы эҙләп таба. Беҙ ҙә Рәмилде - ошо юғары награда, ә улдары Артур һәм Арсенды Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайбыҙ.
Автор: Резеда Ҡорбанғәлиева.
Автор фотолары.
Читайте нас: