0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Февраль 2021, 17:30

Анголанан һөйөү менән

Был башҡорт –ангола дуҫлығы бер-береһенә оҡшаш булмаған мөхиттә үҫкән ике студенттың етди низағы арҡаһында башланып китә.Улар тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Бөгөн «Асылыкүл» - «Балҡантау» гәзите редакцияһында – ғәҙәти булмаған ҡунаҡ – Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты Эдмилсон Лоуренсо-Велла Фернандеш.
Ул Башҡортостанға юғары белем алырға Анголанан килгән. Егеттең тыуған ҡалаһы Луанда ҙурлығы буйынса Стәрлетамаҡ йәки Салауат ҡалаһы кеүек. Өфө нефть техник университетында ул автоматик системалар инженерына уҡый. Ҡулына диплом алып, тыуған яҡҡа ҡайтҡас, был һөнәр буйынса эш табыуы еңелерәк буласаҡ, ти Эдмилсон. Дәүләкән ҡалаһына иһә ул дуҫы Алмаз Ғайсиндың ғаиләһенә ҡунаҡҡа килә. Уның ата-әсәһе ҡунаҡ егете өсөн күптән инде - яҡын кешеләренә, ә Дәүләкән ҡалаһы икенсе тыуған иленә әйләнгән. Фәнгиз Ғәли улы һәм Лилиә Әнүәр ҡыҙын Эдмилсон атай, әсәй тип йөрөтә.
Был башҡорт –ангола дуҫлығы бер-береһенә оҡшаш булмаған мөхиттә үҫкән ике студенттың бер ҡыҙ өсөн сыҡҡан етди низағы арҡаһында башланып китә. Эдмилсон ул ваҡытта курсташ дуҫын яҡлашып, шулай уҡ үҙенең дуҫына ярҙамға килгән Алмаз менән бәхәскә инә. Әммә хәлдең айышына төшөнгәс, улар бер-береһенән ғәфү үтенә һәм холоҡтарында уртаҡ һыҙаттар булыуын күрә. Шул көндән башлап уларҙы төрлө һынауҙар үткән, ваҡыт менән һыналған ныҡлы, ысын ир-егеттәр дуҫлығы бәйләй. Әлеге көндә ике дуҫтың юлы бер аҙ айырылған тиергә мөмкин: Алмаз уҡыуын тамамлағандан һуң, әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтҡан, әле вахта ысулы менән эшләп йөрөй, Эдмилсон магистратура тамамлай. Әммә дуҫтар бәйләнеште өҙмәй, бөгөн дә аралашып йәшәй.
Беҙ Эдмилсондан өйөнән меңдәрсә километрҙар алыҫлыҡта, ғәҙәти булмаған, ҡырыҫ климатлы бөтөнләй ят илдә нисек йәшәүе һәм уҡыуы менән ҡыҙыҡһындыҡ. Етмәһә, телде бөтөнләй тиерлек белмәгән килеш.
- Бик ҡыйын булды, - ти Эдмилсон Фернандеш. – Бөтә нимәгә лә өйрәнергә тура килде. Айырыуса ҡышҡы һалҡындарға күнегеүе еңелдән бирелмәне. Тәүҙә ныҡ өшөй инем. Ятаҡханала хатта өсәр ҡат юрған ябынып йоҡлай торғайным. Йәйҙәрҙең - ныҡ эҫе, ҡыштарҙың үҙәккә үтерлек һалҡын булыуына әле лә хайран ҡалам. Шулай уҡ рус телен өйрәнергә лә тура килде. Өйҙә, ғаиләбеҙҙә португал телендә һөйләшәбеҙ, ул беҙҙең туған телебеҙ иҫәпләнә. Сит ил студенттары өсөн уҡытыуҙың тәүге курсы таныштырыу йылы булыуы һәм рус телен өйрәнеүгә генә бағышланыуы ныҡ ярҙам итте.
Әйтергә кәрәк, Эдмилсонға был йәһәттән курсташтарына ҡарағанда күпкә еңелерәк булған, сөнки уның ата-әсәһе ҡасандыр Советтар Союзында белем алғанлыҡтан, ул русса һөйләшеүҙе ишетеп үҫкән.
Әле инде Эдмилсон русса яҡшы ғына һөйләшә, тик ҡайһы бер һүҙҙәрҙе иҫенә тиҙ генә төшөрә алмай тора, шуға тәүге тапҡыр күреүселәр уны аҙ һүҙле тип уйлай. Ул бик тыйнаҡ егет, үҙе тураһында һөйләргә яратмай, ә бына дәүләкән дуҫтары тураһында ҙур йылылыҡ менән телгә ала. Бер ваҡыт Өфө телевидениеһында республиканың юғары уҡыу йорттарында белем алған сит ил студенттары менән осрашыу уҙғарыла. Алып барыусының Башҡортостандан ҡайтып киткәндә, үҙегеҙ менән тыуған илегеҙгә ни алыр инегеҙ, тигән һорауына Эдмилсон уйлап та тормай, дуҫы Алмаздың яҡындарын күҙ уңында тотоп, үҙемдең икенсе ғаиләмде, тип яуап бирә.
Эҫе пары һәм хуш еҫле һеперткеләре булған мунсаны ла бында ул беренсе тапҡыр күрә.
- Тәүҙәрәк, - ти ул, - әллә нисек, ныҡ эҫе кеүек тойолдо. Һуңынан өйрәндем һәм хәҙер инде мунса бик оҡшай.
Тағы ла Эдмилсон ҡара ҡарағат ҡайнатмаһы һәм икенсе әсәһе Лилиә Әнүәр ҡыҙы әҙерләгән мантыҙарҙы яратып ашай. Анголала климат шарттары башҡасараҡ, еләк-емештәргә бай ил булһа ла, ҡарағат үҫмәй икән. Егет өсөн беҙҙең ябай ғына, әммә файҙалы еләк иң тәмлеһе.
Дәүләкәндә ҡара тәнле егетте тәүҙә ҡабул итмәйҙәр, Алмаз менән урамдан барған саҡта теләһә кем килеп бәйләнгән осраҡтар йыш була. Әммә яйлап, уларҙы белеүселәрҙең мөнәсәбәте үҙгәрә, Эдмилсонға ихтирам менән ҡарай башлайҙар. Ә дуҫы уны тәүге тапҡыр ял итергә Асылыкүлгә алып барғас, һыуҙа булғандарҙың бөтәһе лә ғәҙәти булмаған егетте ҡарарға тип ярға сығыуҙарын әле Алмаз менән Эдмилсон көлөп иҫкә ала, ә ул ваҡытта егеткә кешеләрҙең былай ҡыланыуы бер аҙ сәйерерәк булып күренә. Әйтергә кәрәк, беҙҙең яҡтың тәбиғәте һәм күлдең ҙурлығы, уның матурлығы сит ил ҡунағының күңелендә юйылмаҫ тәьҫораттар ҡалдырған.
Эдмилсон Фернандештың тыуған яғында өс йыл инде булғаны юҡ. Унда егетте ата-әсәһе, Лиля һәм Лоли исемле ике һеңлеһе, уға ошо йылдар дауамында тоғролоҡ һаҡлаусы кәләше Антония көтә. Эдмилсон, уларҙың тыуған илендә йола шундай булғанлыҡтан, бала саҡтарынан уҡ йәрәшелгәндәре тураһында белдерә. Ангола студенты өсөн быйылғы уҡыу йылы һуңғыһы. Һәм ул һағынған тыуған яғына ҡайтып китәсәк. Әммә икенсе тыуған яғына әйләнгән бәләкәй генә Дәүләкән ҡалаһы һәм унда йәшәүсе дуҫы, уның яҡындары уның йөрәгендә мәңгелеккә урын алған.
Осрашыу һуңында Эдмилсон «Асылыкүл» - «Балҡантау» гәзите уҡыусыларына сәләмәтлек, именлек, бәхет, ә иң мөһиме – ошондай һоҡланғыс дуҫтар табыуҙарын теләне! Ә район гәзите редакцияһы Анголанан килгән ҡунаҡтың һүҙҙәренә ҡушылып, беҙҙең баҫманың һәр ваҡытта үҙенең подписчиктары өсөн тоғро дуҫ һәм яҡшы әңгәмәсе булып ҡалыуын иҫегеҙгә төшөрә.
Галина Бурдилева.
Читайте нас: