+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Март 2021, 12:05

1 март - Башҡорт ғаиләһе көнө

Халҡыбыҙ борон-борондан ғаилә, бала йәнле, туған хисле булған.

Ҡайһы ғына йоланы алып, ниндәй генә тарихты байҡама, ғаилә ҡиммәттәре башҡорттоң төп йәшәү асылы, тормош кендеге булған. Һәр төрлө халәттә лә ғаиләләрен һаҡлап ҡалырға, балаларын атайлы-әсәйле үҫтерергә тырышҡан улар. Яҙҙың тәүге көнө - тереклеккә һулыш, яңы тормош бөрккән үҙе бер башланғыс, уяныу миҙгеле.
Тап ошо көндә билдәләнгән милли байрамыбыҙ ҙа башҡорт ғаиләләренә тереһыуҙар һипкәндәй, бәхетебеҙ артыуҙың, асылыбыҙға ҡайтыуҙың башы булһын!
Йылдың бер көнөндә генә түгел, көн һайын иң күркәм ғаилә, иң өлгөлө халыҡ булып, һоҡландырып йәшәргә яҙһын!
Байрамыбыҙ менән, милләттәштәр!
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.
Читайте нас: