+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Март 2021, 20:45

Бәхетле ғаилә

1 март - Башҡорт ғаиләһе көнө! Яҙҙың тәүге көнөндә беҙ матур байрамдарҙың береһен билдәләйбеҙ. Күптәрҙе һоҡландырып, башҡаларға өлгө булып йәшәгән ғаиләләребеҙ бик күп.Шундай ғаиләләрҙең береһе – Вәрис һәм Минзәлә Хәлиловтар.Улар тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Ҡоръятмаҫ ауылында ныҡлы, татыу һәм бөтәһенә лә өлгө булырлыҡ ғаилә йәшәй. Улар – беҙҙең районда күптәргә таныш булған Вәрис һәм Минзәлә Хәлиловтар.
Баймаҡ районының Байыш ауылында тыуып-үҫкән Минзәлә Васил ҡыҙы бынан оҙаҡ йылдар элек Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ ауылында тарих уҡытыусыһы булып эшләгән апаһы Минзифа Васил ҡыҙы эргәһенә ҡунаҡҡа килгәндә, был ауылда үҙ яҙмышын осратырмын һәм ошонда төпләнеп ҡалырмын, тип уйланымы икән?
Ҡоръятмаҫта тыуып-үҫкән, сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеп ҡайтҡан, күп ҡыҙҙарҙың йөрәген яндырған аҫыл егеттәрҙең береһе - Вәрис Сәмиғулла улы Минзәләгә, уның зәңгәр күкте хәтерләткән күҙҙәренә тәү күреүҙән ғашиҡ була һәм ҡыҙҙы үҙенә ҡаратыу өсөн бөтәһен дә эшләй. Ҡыҙ ҙа баҫҡан ерендә ут сығара торған, уңған, булдыҡлы егетте үҙ итә.
Уларҙың ғаилә ҡороуына ла 2020 йылдың декабрендә 36 йыл үтеп киткән.
«Ғүмерҙең үткәне һиҙелмәне лә тиерлек, - ти Минзәлә Васил ҡыҙы. – Мине Вәрис менән осраштырған яҙмышыма рәхмәтлемен. Ел-ямғыр тейҙермәне, ғаиләбеҙ етеш йәшәһен өсөн ал-ял белмәй эшләне. Колхоз тарҡалғансы, водитель булып хеҙмәт һалды, бөгөн дә ҡул ҡаушырып ултырмай, ихата тултырып мал-тыуар үҫтерә, кешеләргә заказ буйынса бура бурай. Иң ҙур рәхмәтем - мине үҙ ҡыҙылай күргән, балаларымды тәрбиәләшкән ҡәйнәм Фатихаға. Университетта уҡығанда, балаларым да, бөтә йорт мәшәҡәттәре лә уның иңендә булды. Ғүмеремдә ошондай тормош иптәшем, баҫалҡы холоҡло ҡәйнәм осрауы менән үҙемде бәхетле кеше, тип иҫәпләйем».
Эйе, Хәлиловтар ғаиләһе – бәхетле, күптәрҙе һоҡландырырлыҡ ғаилә. Һарай һымаҡ йорттары ауылды йәмләп ултыра, өй эсендә лә, йәйен ихатала ла тырыш хужабикәнең ҡулдары үҫтергән аллы-гөллө сәскәләр тирә-яҡҡа хуш еҫтәрен тарата, баҡсала төрлө еләк-емеш, йәшелсә үҫә. Мәктәптә балаларҙы рус теле һәм әҙәбиәте нескәлектәренә төшөндөрә Минзәлә Васил ҡыҙы. Бынан тыш, матур шиғырҙар, хикәйәләр ижад итергә лә, йәмәғәт эштәрен башҡарырға ла ваҡыт таба ул. Бер һүҙ менән әйткәндә, әүҙем тормош менән йәшәй.
Баһадирҙай ике ул – Линар менән Азатҡа ғүмер бүләк итеп, уларға белем алырға ярҙамлашып, оло тормош юлына сығарған Хәлиловтар. Хәҙер икеһе лә тормошта үҙ урынын тапҡан, ғаиләләре бар. Бөгөнгө көндә Минзәлә Васил ҡыҙы һәм Вәрис Сәмиғулла улы ейәнсәрҙәре Наҙгөл һәм Ләйсән, ейәндәре Динислам менән Кәримдең шатлығына ҡыуанып йәшәй, ғүмер юлынан бәхетле йылмайып, атлап барыуын дауам итә. Һеҙгә бер-берегеҙгә терәк булып, ғүмер көҙөнә парлашып етергә, күптәрҙе һоҡландырып оҙон ғүмер кисерергә яҙһын, Минзәлә апай!
Читайте нас: