Бөгөн, 1 март – Башҡорт ғаиләһе көнөндә, ул үҙенең игеҙәк ағаларын, ҡустыһын, уларҙың ғаиләләрен айырыуса бер йылылыҡ менән иҫенә төшөрә, уларҙың барыһына ла имен, татыу тормош теләй.
- Беҙ- бер туғанбыҙ, ти ул, - ата-әсәйҙәр күптән инде баҡыйлыҡҡа күсте, шуға туғандарҙың ҡәҙерен белеп йәшәүгә ни етә! Ҡайһыһына барып инһәң дә, яҡты йөҙ, тәмле сәй, шунан артығы кәрәк тә түгел. Бер һөйләшеп алһаң да күңелдәр күтәрелеп, тормош йәмләнеп китә.