-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Март 2021, 19:10

Матур ғаилә – татыу ғаилә

1 март - Башҡорт ғаиләһе көнө!Яҙҙың тәүге көнөндә беҙ матур байрамдарҙың береһен билдәләйбеҙ. Күптәрҙе һоҡландырып, башҡаларға өлгө булып йәшәгән ғаиләләребеҙ бик күп. Шуларҙың береһе – Рөстәм һәм Гөлсәсәк Кәримовтар.Улар тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Күп осраҡта ғаилә яҙмыштың иң ҡәҙерле бүләгенә әйләнә. Был һүҙ һәр кем өсөн ниндәйҙер айырым мәғәнәгә эйә. Кемдәрҙер - яҡындарын, кемдәрҙер – икенсе яртыһын, ҙур йорт һәм уның эсе тулы балаларҙы күҙ алдына килтерә. Беҙҙең һәр кемебеҙ үҙҙәренең ғаилә ағзаларын ҡәҙерләй, уларҙың фекеренә ҡолаҡ һала. Өфө ҡалаһында йәшәүсе Рөстәм һәм Гөлсәсәк Кәримовтарҙың ғаиләһе тап шундайҙарҙан иҫәпләнә.
Уларҙың икеһе лә Дәүләкән районы Алға ауылында тыуып-үҫкән, ауылда башланыс мәктәпте тамамлағандан һуң, Өфө ҡалаһының Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназия-интернатында белем алған. Артабан Гөлсәсәк – Башҡорт дәүләт медицина университетын, Рөстәм Өфө юридик институтын тамамлаған. Бөгөнгө көндә республикабыҙҙың баш ҡалаһында ғүмер кисерәләр. Гөлсәсәк невролог булып эшләп йөрөй, ә Рөстәм 25 йылдан ашыу хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләгән, әле – хаҡлы ялда.
Кәримовтарҙың ғаилә ҡороуына ла сирек быуаттан ашыу ғүмер үткән. Улар өс балаға ғүмер биргән. Оло улдары Нурлан - Өфө Дәүләт авиация-техник университетында 4-се курста, уртансылары Арыҫлан – төҙөлөш колледжында 2-се курста белем ала. Кескәй ҡыҙҙары Әмирә Өфө ҡалаһында башҡорт балалар баҡсаһына йөрөй.
Ғаиләлә татыулыҡ хөкөм һөрә. Улар әүҙем, төрлө сараларҙа йыш ҡатнаша. Ата-әсә балаларына матур тәрбиә бирергә тырыша. Ә бер-береһен ихтирам иткән, һәр ваҡытта ла ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған өлкәндәр – балалар өсөн иң яҡшы өлгө. Бындай ныҡлы ғаилә ҡорған, балалары бәхете өсөн көстәрен йәлләмәгән парҙар менән һоҡланмау мөмкин түгел!
Читайте нас: