-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Март 2021, 15:00

Романтик кисә

Земфира һәм Илфат Вәлиевтар гәзиткә яҙылып романтик кисә оттолар

Район гәзите үҙ уҡыусыларына ресторанда байрам кисәһе бүләк итте
23 февраль «Асылыкүл» район гәзитенә яҙылыусы Земфира Вәлиева өсөн ябай ғына булманы. Тормош иптәше Илфат менән уларға «Дим» ресторанына барыу бәхете тейҙе. Улар был романтик кисәне район гәзите үҙ уҡыусыларына ойошторған лотереяла отто.
«Асылыкүл»-«Балҡантау» гәзиттәре ҡатнашыусыларҙы ғәҙәти булмаған бүләктәр менән ҡыуандырып, бүләктәрҙе даими уйнатып тора. Күптән түгел генә 50-шәр килограмлы ике тоҡ шәкәр, һөнәри фотографта фотосессия, велосипед, мультиварка һәм башҡа бик күп нәмәләр уйнатылды. Бәхетле приз яулаусы иҫәбенә инер өсөн ярты йәиһә бер йылға район баҫмаһына яҙылырға һәм квитанция күсермәһен редакцияға килтерергә йәки электрон почта аша ғына ебәрергә кәрәк. Икенсе тапҡыр уңыш, бәлки, һеҙгә йылмайыр, ҡала һәм район яңылыҡтарын белеү менән бергә һәйбәт бүләк алыу мөмкинлеге лә аласаҡһығыҙ.
Земфира һәм Илфат Вәлиевтар киске аштан һуң тәьҫораттары менән ихлас бүлештеләр:
- Беҙгә бик оҡшаны. Район гәзите һәм «Дим» рестораны коллективына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ваҡытыбыҙҙы уңайлы һәм тыныс мөхиттә бик матур үткәрҙек. Кисә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналғайны, унда төрлө конкурстар булды, иптәшем уларҙа ҡатнашып, байрам сертификаттары отто һәм «Кисәнең иң элегант ир-егете» булып танылды. «Йәнле музыка» ҙур тәьҫораттар ҡалдырҙы, кисәне алып барыусылар күңелһеҙләнергә урын ҡалдырманы, уйындар, дискотека ойошторҙо. Өҫтәлгә төрлө тәмле ризыҡтар ҡуйылды. Беҙ үҙебеҙҙе йорттағы кеүек хис иттек, дуҫтарса мөхит булдырылғайны. Күселек ваҡытыбыҙ донъя мәшәҡәттәренә күмелеп үтә, ә романтик кисәлә үҙеңдең яртыңа икенсе күҙлектән ҡарарға, бер-берең менән иркенләп аралашырға, бейергә, ысын күңелдән ял итергә мөмкин. Был байрам күңелдәрҙе күтәрҙе, беҙҙең күңелдәрҙә ул оҙаҡ һаҡланасаҡ.
Шәхси эшҡыуар һәм «Дим» рестораны директоры Ирина Баербах бындай кисәләрҙең ресторанда даими үткәрелеүе, хеҙмәткәрҙәрҙең ҡунаҡтар күңелле, ҡыҙыҡлы ял итһен өсөн барыһын да эшләргә тырышыуы тураһында һөйләне. Бында ризыҡ тәмле, зауыҡ менән бик матур һәм ғәҙәти булмағанса әҙерләнә. Был тағы ла мәҙәни ял итеү урыны ла. Профессиональ йырсы Евгения Гранде байрам кәйефе тыуҙырып, үҙ сығышы менән ҡунаҡтарҙы ҡыуандыра. Уңайлы интерьер, яҡтылыҡ, профессиональ сервировкаланған өҫтәлдәр дуҫтарың менән тыныс ҡына ял итергә, тәмле ризыҡтар ашап, музыка менән кәйефте күтәрергә мөмкинлек бирә. Ресторан әлегә алдан заказ биреү буйынса эшләй. Планда – даими рәүештә дискотекалар, тематик кисәләр үткәреү. Ә яҡын арала Өфө ҡалаһынан профессиональ бейеүсе ресторан ҡунаҡтарын мексика бейеүҙәре менән таныштырып, оҫталыҡ дәресе үткәрәсәк.
Ә район гәзите редакцияһы гәзиткә яҙыулыусыларҙы төрлө сюрприздары менән ҡыуандырыуҙы дауам итәсәк. Улар ҡыҙыҡлы, файҙалы мәҡәләләр кеүек киләһе йылда ла күп буласаҡ. Гәзиткә яҙылығыҙ һәм отоғоҙ!
Галина Бурдилева.
Автор фотоһы.
Читайте нас: