-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Март 2021, 11:40

Теге өсәүҙән йондоҙнамә

ҮЛСӘҮ. Матур матур күренмәй ул, һөйгән матур күренә. Яңғыҙҙарға ғашиҡ булырға, парлыларға хистәр яңыртырға кәрәк.Ҡалғаны түбәндә.

Ҡуҙы. Тулҡынланырһығыҙ, баш буталыр... Был мөхәббәт өлкәһендә шулай булыр, ә көндәлек һеҙгә етеүсе булмаҫ.
Буға. Яҡын кешеләрегеҙ тураһында хәстәрлек күрегеҙ. Маҡтауын һәм хөрмәтен алырһығыҙ.
Игеҙәктәр. Йөҙ йыл күрешкән юҡ, тигән кеше менән осрашырһығыҙ. Быға тиклем намыҫлы эшләгән булһағыҙ, аҡса ла кеҫәгә инер.
Ҡыҫала. Хәрәкәттә-бәрәкәт, етәр ялҡауланырға. Яңы тәҡдимдәр һеҙҙе эштә үрләтер.
Арыҫлан. Яҙ етеүен һиҙеп быуынығыҙ һыҙланы икән, һаулыҡҡа иғтибар итегеҙ. Тикшеренеү файҙаға ғына.
Ҡыҙҙар. Финанс мәсьәләләрен "һиии" тип кенә сисерһегеҙ. Бурыстар ҡайтыр һәм ҡайтарыр көн.
Үлсәү. Матур матур күренмәй ул, һөйгән матур күренә. Яңғыҙҙарға ғашиҡ булырға, парлыларға хистәр яңыртырға кәрәк.
Саян. Оҙон юлға сыҡмағыҙ, иғтибарлы булығыҙ, бөгөн ниҙер онотоп та ҡуйырһығыҙ. Күптән күрешмәгән дуҫығыҙҙы осратырһығыҙ.
Уҡсы. Сағыу көн көтөлә. Аҡса төшөүе лә бар.
Ылаҡ. Атлап түгел, осоп йөрөрһөгөҙ. Яңы уңыштар, яңы идеялар килер. Быға эштең генә ҡамасау булыуы ихтимал.
Һыуғояр. Ваҡиғаларға бай көн. Кем нимә һөйләүе һәм уйлауы һеҙҙе туҡтатмаһын.
Балыҡ. Һеҙ таран кеүек алға барырһығыҙ. Был конкуренттарығыҙҙы ҡурҡытыр, ә һеҙгә яңы юл асыр.
Читайте нас: