+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Март 2021, 21:50

Ябай ҙа, һоҡланғыс та ғаилә

1 март - Башҡорт ғаиләһе көнө!Яҙҙың тәүге көнөндә беҙ матур байрамдарҙың береһен билдәләйбеҙ. Күптәрҙе һоҡландырып, башҡаларға өлгө булып йәшәгән ғаиләләребеҙ бик күп. Шундай ғаиләләрҙең береһе – Рим һәм Рәхимә Әхмәтшиндар. Улар тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

30 йыл элек, 1990 йылдың 24 мартында, Әхмәтшиндар ғаиләһенә нигеҙ һалына. Тап ошо туй көнөндә Рим менән Рәхимәнән дә бәхетлерәк кеше булмағандыр, моғайын. Һәм бөгөнгә тиклем был ябай ғаиләлә тыныслыҡ һәм килешеп йәшәү хөкөм һөрә, уның ныҡлығы мөхәббәткә, тоғролоҡҡа һәм бер-береһен ихтирам итеүгә нигеҙләнгән.
Рәхимә Дәүләкән айоны Ҡоръятмаҫ ауылында күп балалы ғаиләлә донъяға килә. Уның ата-әсәһе ауылдың ихтирамлы кешеләре була. Әсәһе Йәмилә мәктәптә башланғыс кластарҙа уҡыта, атаһы Ғәли урман ҡарауылсыһы була. Биш ҡыҙына ла яҡшы тәрбиә бирә улар.
Ҡоръятмаҫ урта мәктәбен тамамлағандан һуң, Рәхимә Өфө ҡалаһының 1-се медицина училищеһында лаборант һөнәре ала һәм Әлшәй районы Тавричанка ауылының участка дауаханаһында хеҙмәт юлын башлай. Күп тә үтмәй, ошо ауылда тыуып-үҫкән, әрменән һуң водитель булып эшләгән Рим Әхмәтшин менән таныша. Йәштәр ғаилә ҡора. Тәүҙә улар Тавричанкала йәшәй, артабан Дәүләкән ҡалаһына күсеп килә. Рәхимә - Дәүләкән үҙәк район дауаханаһы лабораторияһына, Рим 1-се кирбес заводына водитель булып эшкә урынлаша. Бөгөнгө көндә ғаилә башлығы «Горкомсервис» предприятиеһында водитель булып эшләп йөрөй.
Рим һәм Рәхимә Әхмәтшиндар – күп балалы ғаилә. Уларҙың өс балалары бар: ҡыҙҙары Азалия, улдары Айнур һәм Даян. Азалия һәм Айнур Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған, бөгөнгө көндә эшләп йөрөй, төпсөктәре Даян – 4-селицей уҡыусыһы. Азалияның үҙенең ғаиләһе бар. Ата-әсәһенә оҡшап Әхмәтшиндарҙың ҡыҙҙары ла, улдары ла тыйнаҡ, баҫалҡы, аҡыллы. Ҡәҙерле кешеләре уларға ла бөтә туғандарын, яҡындарын ихтирам итергә, нәҫелдәрен онотмаҫҡа, кешеләргә ярҙамлашып йәшәргә өйрәтә. Бынан тыш, Рим дә, Рәхимә лә – ауыр минуттарҙа һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған тоғро дуҫтар. Икеһе лә шаяндар, тура һүҙлеләр. Бер һүҙ менән әйткәндә, кешеләрҙе һоҡландырып, бөтәһенә өлгө булып йәшәй улар.
Киләсәктә лә бәхетегеҙ түңәрәк булһын, Әхмәтшиндар!
Читайте нас: