+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Март 2021, 14:45

Кеше бәлә килгәндә һынала

Һыу ситкә аға башлай

Февралдең һуңғы көндәре 30 градуслыҡ һыуыҡтары менән иҫебеҙҙә ҡалды, районда күпселек кешеләрҙең йорттарында һыу туңып интектерҙе. Беҙҙең Ҡаҙанғол ауылының да ярты яғы һыуһыҙ ҡалды. Был хаҡта ауыл биләмәһе башлығы Илшат Мөхәмәтғәлинға хәбәр ителде. Ул тиҙ арала Айҙар Хаматов менән Илнур Солтанғәлинды саҡырып алып, килеп тыуған проблеманы хәл итергә кәрәклеген аңлатты. Егеттәр соҡор аша һуҙылған торбаның туңыуын асыҡланы һәм уны йылыта башланы. Өс сәғәт самаһы ваҡыт үткәс, аҡрынлап һыу килә башланы, әммә торба бер урындан ярылған булып сыҡты. Егеттәр иретеп йәбештереү эштәрен башҡарғандан һуң, торба буйлап һыу китте, халыҡ бик шатланды.
Киске етеләр тирәһендә торба икенсе ерҙән ярылып, һыу ситкә аға башлай. Был юлы инде ауыл биләмәһе башлығы «Горкомсервис» муниципаль унитар предпрятиеһы етәкселегенә шылтыратып, авария бригадаһын ебәреү тураһында килеште. Ҡараңғы төшөүгә ҡарамаҫтан, махсус бригада төҙөкһөҙлөктө бөтөрөп, үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты тейешенса атҡарып сыҡты. Ҡышҡы сатлама һыуыҡта халыҡты бәләлә ҡалдырмағандары, тиҙ арала ярҙамға килгәндәре өсөн ауыл биләмәһе башлығы Илшат Мөхәмәтғәлинға, Илнур Солтанғәлинға, Айҙар Хаматовҡа, «Горкомсервис» предпрятиеһы хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерәбеҙ.
Ирек Хаматов.
Ҡаҙанғол ауылы.
Читайте нас: