+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Март 2021, 14:20

Ҡояшлы яҡтылыҡ

Сер йомоп йөрөй йөрәгемСәскә бүлбеһе төҫлө.

Йәшәгән һайын тормоштоң
Кәмемәй арбау көсө.
Гүзәллекте күңел менән
Тулайым ҡабул итәм.
Хистәрҙе йомғаҡтай урап,
Болоттай уйҙар һүтәм.
Һәр йөрәкте шаҡып тормай
Өләшер инем шатлыҡ.
Изгелегем үтес түгел,
Һөйөнөс түгел һатлыҡ.
Күңелдәр бәҫәрмәһендәр
Эргәлә шатлыҡ юҡҡа.
Ҡорғандарҙы күтәрәйем
Ҡояшлы яҡтылыҡҡа!
Әлфиә Әсәҙуллина, шағирә, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.
Читайте нас: