Ҡуҙы. Күҙҙәр ҡамаштырырлыҡ әйберҙәр күп булыр. Әммә иғтибарығыҙҙы бер эшкә йүнәлтһәгеҙ һөҙөмтәһе үтә лә ҡыуандырыр.
Буға. Барыһы ла үҙ яйы менән барһын, саҡ ҡына яңылыҡ индерҙегеҙме кешенең әсе һүҙенә һәм ҡыйыш ҡарашына әҙер булығыҙ.
Игеҙәктәр. Үҙеңә ышаныс ни тиклем көслө булмаһын, ҡулдан килмәгәнде вәғәҙә итмәгеҙ. Мин- минлегегеҙ минимумға төшөр.
Ҡыҫала. Күп нәмәнең аҫтын- өҫкә әйләндереп алырға тура килер. Һуңғы арала эштәр һеҙ уйлағанса бармай.
Арыҫлан. Икеләнеү, ҡыйыуһыҙлыҡ һеҙгә хас түгел, әлбиттә. Әммә бөгөн һөйләгәндә тауышығыҙ, эшләгәндә ҡулығыҙ ҡалтырар. Ҙур эшкә тотонмағыҙ.
Ҡыҙҙар. Илһамланып эшләһәгеҙ, итле билмән ашарһығыҙ. Иң мөһиме ярты юлда туҡтамағыҙ.
Үлсәү. Хатта ҡәйнә менән һөйләшкәндә лә ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ. Ғөмүмән, бөгөн бөтә эштәрҙән дә ҡәнәғәт булырһығыҙ.
Саян. Ат дағалағандағы баҡа кеүек булмағыҙ, бер ҡайҙа ла ҡыҫылмағыҙ. Үҙ проблемаларығыҙ баштан ашҡан, шуларҙы хәл итегеҙ.
Уҡсы. Эсегеҙҙәге тышығыҙҙа булһын. Уйҙарығыҙҙы ярып әйтергә ҡурҡмағыҙ.
Ылаҡ. Эттең хыялы ҡабул булһа, күктән һөйәк яуыр ине. Һеҙҙең идеялар ҙа ҡаршылыҡҡа осрар. Әммә был иртәгәгә тиклем генә.
Һыуғояр. Эшлә лә һыуға һал. Бөгөнгө уңыштарығыҙ күптәргә оҡшамаҫ, йә күҙ тейеп ҡуйыр, шым ғына эшләгеҙ.
Балыҡ. Бөгөн дирежерлыҡты ҡалдырып торорға тура килер. Оркестрҙағы ябай кешеләр араһында булып алығыҙ.