-17 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
ЙӘМҒИӘТ
3 Марта 2021, 11:30

3 март - БӨТӘ ДОНЪЯ ЯҘЫУСЫЛАР КӨНӨ

Яҙыусы хеҙмәте – тылсымлы һөнәр ул.

Кешенең рухи камиллашыуында яҙыусы, шағир, сәсән һүҙҙәренең әһәмиәте әйтеп бөтөргөһөҙ баһаға эйә булыуын һәр кем белә.
Заманында шағир һәм яугир Салауат Юлаевтың ялҡынлы һүҙе азатлыҡ өсөн көрәшкә әйҙәгән. Киҫкен синфи көрәш йылдарында иһә милли үҙаңды күтәреү өсөн Шәйехзада Бабич, Мәжит Ғафури шиғриәте һулар һауалай кәрәк булған. Бөгөнгө көндә лә әҙәбиәтебеҙҙә лайыҡлы һүҙ өлгөләре бар, әлбиттә.
Тап улар яҙмышыбыҙға яҙған ҡатмарлы боролоштарҙы яйлағанда, тойғо-кисерештәребеҙ ҡайнап торғанда йәиһә йоҡлай-һүнеп барғанда дөрөҫ юл һайларға ярҙам итә.
Читайте нас в