+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Март 2021, 17:45

Ағалы-ҡустылы боҙ аҫтына киткән

Малайҙарҙы эҙләү дауам итә

Саратов өлкәһендә 11 һәм 6 йәшлек малайҙар боҙ аҫтына киткән. Фажиғә 28 февралдә теркәлгән. Дәүләт тикшереү комитеты белдереүенсә, бер төркөм бала яр буйында уйнап йөрөй. Уларҙың икеһе боҙ өҫтөнә сыға. Ҡустыһы бата башлағас, ағаһы ярҙамға ташлана, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көслө ағым балаларҙы үҙенә “йота”. Әлегә малайҙар табылмаған...
Фото интернеттан.
Читайте нас: