+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Март 2021, 14:45

Теге өсәүҙән йондоҙнамә! 

Теге өсәүҙән йондоҙнамәҠуҙы. Эштә үрләрһегеҙ һәм быға һеҙҙең тырышлығығыҙ сәбәпсе. Афарин.

Буға. Ашыҡмағыҙ, бөгөн бөтә ҡарарҙарҙы уйлап ҡабул итегеҙ. Кеше кәңәшенә лә ҡолаҡ һалыу артыҡ булмаҫ.
Игеҙәктәр. Аҡыл менән эш итһәгеҙ, бар өлкәлә лә уңыш йылмайыр. Иң мөһиме – иртән башығыҙҙы өйҙә онотоп ҡалдырмағыҙ.
Ҡыҫала. Күптән йыйынып, әммә ҡурҡып йөрөгән эшкә тотонорға ваҡыт. Тотоноғоҙ һәм еренә еткермәйсә туҡтамағыҙ.
Арыҫлан. Бөгөн һеҙ ҡыйыу һәм тәүәкәл. Көн һөҙөмтәле булыр. Тик ҡайһы-саҡта коллегаларығыҙға йәнегеҙ көйөр. Был осраҡта бер-аҙ үкереп алыу ярҙам итер.
Ҡыҙҙар. Көн ауыр булмаҡсы, әммә ҡыуаныстар ҙа һеҙҙе урап үтмәҫ. Бөгөн көтөлмәгән бүләк алыуығыҙ ихтимал.
Үлсәү. Иҡтисади мәсьәләләргә иғтибарлы булығыҙ. Берәй нәмә һатып алыр алдынан, ете ҡат үлсәү артыҡ булмаҫ.
Саян. Көн башында ашығыс ҡарарҙар ҡабул итмәгеҙ. Һеҙгә бөгөн ауыр эшкә тотонмау хәйерле. Әммә көндөң икенсе яртыһында барыһы үҙ кәлейәһенә ҡайтыр.
Уҡсы. Бөгөн һеҙ үҙегеҙҙең интеллегент һәм итәғәтле яғығыҙҙы танытырһығыҙ. Иҡтисади хәлегеҙҙе яҡшыртыр танышыу ҙа бөгөн булыр төҫлө.
Ылаҡ. Бөгөн һеҙҙе бер ни ашыҡтырмаҫ. Тынысланығыҙ һәм көн ағымына бирелегеҙ. Аяҡ терәп тороу килешмәй. Һеҙҙе тыныс, ғәҙәти көн көтә.
Һыуғояр. Провакацияларға бирешмәгеҙ. Көн насарҙарҙан түгел, әммә ҡыҙыу реакцияғыҙ арҡаһында ниндәйҙер мөнәсәбәттәрҙе боҙоуығыҙ ихтимал.
Балыҡ. Аралашыу өсөн яҡшы көн. Бөгөн балыҡ кеүек шым булмағыҙ. Һеҙгә ҡыҙыҡлы проектта ҡатнашырға тәҡдим итерҙәр.
Читайте нас: