Яйһыҙыраҡ, әлбиттә. Айырыуса ҡыш көндәрендә. Һыуыҡтан йылыға инһәң, тирләй һәм бер ни күренмәй. Әммә бөгөн күҙлеккә ҡараш икенсе төрлө. Хәҙер йәштәр, балалар араһында күҙлек кейеүселәр күп, сөнки сәғәттәр буйы телефонға, компьютер экранына текәлеп ултырып, күҙ боҙола. Эш күҙлеккә ҡала. Артҡы партала ултырған балалар дәрестә таҡтанан күрмәй, һөҙөмтәлә өлгәше насарая. Шуға йәштәрҙән күҙлек кейеү – хәҙер модала тигән һүҙҙәргә һис тә ғәжәпләнәһе юҡ.