+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Март 2021, 12:15

Һеҙ быны беләһегеҙме?

Кеше – танылған ғалим, йәки спортсы булһа ла, физиологияһы буйынса бер төрҙәге зат булып ҡала. Ә кешенең организмы һис кенә лә ябай түгел, ифрат үҙенсәлекле.

* Яралғыла бармаҡ эҙҙәре – ә улар донъяла бер ҡасан да ҡабатланмай! – 3 айҙа барлыҡҡа килә.
* Кешенең ҡан тамырҙарының дөйөм оҙонлоғо яҡынса 100 000 километр.
* Ҡатындарҙың йөрәге ирҙәрҙекенән шәберәк тибә.
* Уртаса ғүмер йәшәгән кешенең сәсенең үҫеше 725 километрға етә.
* Уң ҡуллылар һулаҡайҙарға ҡарағанда яҡынса туғыҙ йылға оҙағыраҡ йәшәй. Донъялағы кешеләрҙең 7 проценты – һулаҡай.
* Зәңгәр күҙлеләр, башҡаларға ҡарағанда, ауыртыуҙы нығыраҡ һиҙә, түҙемһеҙерәк була.
* Кешеләр – тере йәндәр араһында арҡаһында йоҡлай ала торған берҙән-бер зат.
* Йән эйәләре араһында тик кеше генә тура һыҙыҡ төшөрә ала.
* Намыҫ өсөн яуап биреүсе урын тик кешелә генә бар. Ул мейелә, ҡаштар араһындағы өлөштә урынлашҡан.
Фото һәм мәғлүмәттәр асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.
Читайте нас: