Киске һигеҙҙәрҙән һуң көслө ел сыға, ҡар яуа башлай. Шул мәлдә күк күкрәй, йәшен йәшнәй. Йәй ваҡытындағы кеүек асыҡ һәм сағыу итеп ялтырамай, әлбиттә, әммә күренә.
Ғәҙәттә көслө ямғыр яуғанда ерҙе тетрәтеп йәшнәгән йәшенгә күнеккәнбеҙ. Метеорологтар билдәләүенсә, көслө ҡар яуғанда йәшен йәшнәүе тәбиғәттә бик һирәк осрай торған күренеш. Йылы һәм дымлы һауа торошонан һуң температура ҡапыл күтәрелә һәм йәйге кеүек болоттар барлыҡҡа килә икән.
Ә һынамыштарға ҡарағанда, уны йәйҙең йылы килеүенә юрайҙар.