-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Март 2021, 14:05

Өйҙә бешерергә тәмле шаурма рецебы

Ашығыҙ тәмле булһын!

Ингредиенттар:
тауыҡтың түш ите йәиһә икенсе төр ит,
самалап кәбеҫтә,
2 ҡыяр,
1 помидор,
1/2 болгар боросо,
бер аҙ йәшел һуған, укроп,
6 аш ҡалағы ҡаймаҡ,
1/2 бүлкәт һарымһаҡ,
4 аш ҡалағы кетчуп,
нәҙек ләүәш,
самалап тоҙ.
Әҙерләү:

Итте ваҡ итеп турап, алтын төҫкә ингәнсе көнбағыш майында ҡыҙҙырабыҙ. Тоҙ һәм борос ҡушабыҙ. Кәбеҫтәне, ҡыярҙы, помидорҙы, болгар боросон ваҡлап, шулай уҡ бешеп сыҡҡан итте һыуытып турайбыҙ.

Ҡаймаҡтан соус эшләйбеҙ. Бының өсөн ҡаймаҡ өҫтөнә һарымһаҡ һығабыҙ, әҙерәк тоҙ ҡушып болғатабыҙ. Кетчуп һәм ҡалған ҡаймаҡты ҡушып, тағы болғатабыҙ. Ләүәште тигеҙ өлөштәргә бүлеп, ситенән 4 см урын ҡалдырабыҙ һәм өҫтөнә эслек һалабыҙ. Ләүәштең уң һәм һул ҡырын бөгөп, рулетҡа борабыҙ. Ҡыҙған табаға һалып ҡыҙҙырабыҙ.


Читайте нас: