-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Март 2021, 15:25

Ҡатын ҡыҙ - үҙе бер мөғжизә

Яҙҙың матур байрамы – 8 Март яҡынлаша. Ошо уңайҙан һеҙҙең иғтибарға гүзәл заттарыбыҙға арналған яҙмалар тәҡдим итәбеҙ.Уларҙың беренсеһе – Дәүләкән ҡалаһында йәшәүсе Филүзә Мәжит ҡыҙы Ғәйзетдинова тураһында.Артабан беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Ҡатын ҡыҙ - үҙе бер мөғжизә
Өс мөғжизә мине әсир алды –
Ер, йәнә күк, йәнә ҡатын кеше.
Өс сер мине уйға, шомға һалды –
Ер, йәнә күк, йәнә ҡатын кеше.
Ерҙең сере бөтә. Күк һайыға.
Төбө күренер бына асылыр ҙа.
Ҡатын кеше генә -Асылмаҫ сер,
Тылсым булып ҡалыр асылында.
(Мостай Кәрим).
Ҡатын-ҡыҙҙың матурлығы ниндәй йырҙарҙа йырланмаған да, уның бөйөклөгөн ҡайһы шағир данламаған. Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙҙың һәр ҡайһы тураһында әллә күпме маҡтау һүҙҙәре һөйләргә була. Ҡатын-ҡыҙ – ул гүзәллек символы, йәшәү йәме, донъя тотҡаһы.
Мин бөгөн күркәм холоҡло, ғүмерен балалар тәрбиәләүгә биргән, оҙаҡ йылдар буйына уҡыусыларға математика фәненең серҙәрен өйрәткән, әлеге мәлдә хаҡлы ялда булған Филүзә Мәжит ҡыҙы Ғәйзетдинова тураһында һөйләп үтергә теләйем.
Филүзә Мәжит ҡыҙы 1958 йылдың 20 сентябрендә Шишмә районы Тәпәреш ауылында колхозсы ғаиләһендә донъяға килгән. Кескәй Филүзәгә 7 йәш тулғанда, атаһы ҡаты ауырып, вафат була. Шунлыҡтан, дүрт балалы ғаиләне тәрбиәләү әсәһенең иңенә төшә. Етмәһә, туғандары ла атайҙан береһенән-береһе бәләкәй көйө тороп ҡала.
Мәктәптә яҡшы билдәләргә өлгәшкән Филүзәне күберәк математика фәне ҡыҙыҡһындыра. 1975 йылда Өфөләге Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика һәм математика факультетына уҡырға инә һәм уны 1980 йылда уңышлы тамамлап, Шишмә районына математика уҡытырға ебәрелә. Шунда ул водитель егеткә кейәүгә сығып, үҙаллы тормош ҡора.Миләүшә исемле ҡыҙҙары тыуа. 1985 йылда йәш ғаилә Дәүләкән ҡалаһына күсеп килә. Филүзә Мәжит ҡыҙы тәүҙә Дәүләкән районы мәғариф бүлеге методисы булып хеҙмәт һала. Унда дүрт йылдан ашыу эшләгәндән һәң, ҡаланың 1-се урта мәктәбенә математика уҡытыусыһы булып килә. Ҡалала яңы 7-се мәктәп асылыуға, үҙе йәшәгән йортҡа яҡын булыу сәбәпле, шунда күсә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы, унда балаларға математика фәнен төшөндөрә.
Егәрле уҡытыусының дөйөм эш стажы- 33 йыл. Әммә тынғыһыҙ уҡытыусы әле лә сафта. Мәктәп уҡытыусылары бөгөн дә уның ярҙамына мохтаж. Математика фәненән ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәрҙе Филүзә Мәжит ҡыҙы бер ҡасан да кире ҡаҡмай.
Хаҡлы ялдағы уҡытыусы – бәхетле өләсәй ҙә. Ҡыҙы Миләүшә Өфө ҡалаһында үҙ ғаиләһе менән йәшәй, башҡаланың страховкалау компанияһында төп белгес булып эшләй. Иптәше менән ике бала үҫтерә. Балалары ял көндәрендәөләсәләренә ҡунаҡҡа йыш ҡайта. Филүзә Мәжит ҡыҙы балаларына ла ярҙам итеп тора.
Тормош юлдары бик ҡатмарлы бит ул. Филүзә Мәжит ҡыҙы үҙе бәләкәй саҡта атайһыҙ үҫкән, ҡыҙын да бер үҙенә тәрбиәләргә тура килгән уға, сөнки тормош иптәше юл фажиғәһендә йәшләй мәрхүм булып ҡалған. Олоғайған әсәһен үҙ тәрбиәһенә алып, һуңғы юлға оҙата оло йөрәкле педагог. Бөгөн туғандарының икәүһе иҫән. Улар менән үҙенең шатлыҡтарын, ҡыуаныстарын уртаҡлашып йәшәй.
Кемдер үҙенең хеҙмәте өсөн хөкүмәт наградаларына күмелеп йәшәй. Береһен ала, тағы икенсеһен юллай башлай. Ә бына Филүзә Мәжит ҡыҙы - халыҡ араһында маҡтау ҡаҙанған кеше. Уны балалар ярата, ата-әсәләр ихтирам итә. Эшләгән изгелектәрегеҙ, үҙегеҙгә меңләтә төшһөн, хөрмәтле Филүзә Мәжит ҡыҙы. Бөгөн, халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан мәктәбебеҙҙең барлыҡ ата-әсәләре исеменән һеҙгә оло ихтирамымды белдерәм. Һеҙгә алдағы көндәрегеҙҙә ныҡлы сәләмәтлек, бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡыуаныстар, оҙон ғүмер, бәхетле ҡартлыҡ теләйем. Яҙ ҡояшы һеҙҙең күңелдәрегеҙгә беҙҙең оло рәхмәтебеҙҙе еткерһен!
Ғәлиә Дәүләтова.
Читайте нас: