+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Март 2021, 15:00

Ауылдаштарының сәләмәтлеге һағында

Бөгөн яҙҙың матур байрамы – 8 Март. Бөтәһен дә байрам менән ҡотлайбыҙ һәм ҡатын-ҡыҙ бәхете теләйбеҙ.Байрам уңайынан һеҙҙең иғтибарға гүзәл заттарыбыҙға арналған яҙмалар тәҡдим итәбеҙ.Киләһе яҙма – Дәүләкән районы Соколовка ауылында йәшәүсе Резеда Октябоь ҡыҙы Кузеева тураһында.Артабан беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Резеда Октябрь ҡыҙы Кузеева Дәүләкән районы Дүртөйлө ауылында тыуып-үҫкән. Бөгөнгө көндә Соколовка ауылында фельдшер булып эшләп йөрөй.
Резеда Октябрь ҡыҙы мәктәпте тамамалағас, Бөрө ҡалаһының медицина училищеһында шәфҡәт туташына уҡыуын дауам итә. Ҡулына диплом алғас, Өфөләге 1-се медицина училищеһына, фельдшерҙар бүлегенә уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлағандан һуң, Дәүләкән ҡалаһы дауаханаһының пульмонология бүлегендә хеҙмәт юлын башлай. Артабан район дауаханаһы поликлиникаһының процедуралар кабинетында эшләй.
Тормош иптәше Радик менән өс ул үҫтерәләр. Оло улдары Руслан әрме хеҙмәтенән ҡайтҡан, бөгөнгө көндә Өфө дәүләт нефть техник университетында магистратурала белем ала. Икенсе улдары Юнир Өфө авиация-техник университетында – 4-се курста, төпсөктәре Радмир 3-сө башҡорт гимназия-интернатында 6-сы класта уҡып йөрөй.
Резеда Октябрь ҡыҙы тормош иптәше менән уның тыуған ауылы Соколовкаға ҡайтып, йорт һалырға ҡарар итә һәм 2002 йылда ауылға күсенеп ҡайта. Ошо көндән алып Резеда ханым Соколовка ФАП-ында фельдшер булып хеҙмәт һала.
Ауыл фельдшерының хеҙмәте еңелдән түгел: теләһә ҡайһы ваҡытта кешеләрҙең йорттарына барырға, капельницалар, уколдар яһарға, бәхетһеҙлек осраҡтары килеп тыуғанда, врачтар килгәнсе беренсе ярҙам күрһәтергә, вакцинациялау, диспансерлаштырыу үткәрергә, оҙайлы ваҡыт һәм күптән ауырығандарҙың иҫәбен алып барырға, профилактик һәм башҡа бик күп эштәр башҡарырға тура килә. Бынан тыш, ауырлы ҡатындар ҙа, яңы тыуған сабыйҙар ҙа, өлкән йәштәгеләр ҙә - уның ҡарамағында. Етмәһә, төрлө документтар тултырырға ла кәрәк. Быларҙың барыһын да атҡарып сығыу өсөн алһыҙ-ялһыҙ, байрам көндәре тимәй, отпускаһыҙ, йыш ҡына ғаиләң һәм үҙеңдең шәхси ваҡытың тураһында онотоп, эшеңде яҡшы башҡарырға ғына түгел, ә уның менән йәшәргә лә кәрәк.
Шуға Резеда Октябрь ҡыҙының бойоғоп ултырырға ваҡыты юҡ. Ул мөрәжәғәт итеүселәрҙең береһен дә кире ҡаҡмай, һәр саҡ ярҙамға ашыға. Шулай уҡ диспансер иҫәбендә торған ауырыуҙарҙы тикшереп тороу, инвалидтар менән эшләү, йортҡа барып төрлө процедуралар яһау һәм, әлбиттә, амбулатор ҡабул итеүҙәр үткәреү ҙә уның вазифалары иҫәбенә инә. Бер һүҙ менән әйткәндә, фельдшерҙың эше тауыҡ сүпләһә лә, бөтөрлөк түгел.
Нисек кенә арыһа ла, хеҙмәте бик еңелдән булмаһа ла, Резеда ханым үҙ эшен бик ярата. Яҡташтарыңа ярҙам итеү, уларҙы ҡайғыртыу, сәләмәтлектәрен һаҡлау - бынан да изгерәк һәм мөһимерәк ни бар һуң?! Был ауылда ике тиҫтә йылға яҡын эшләү дәүерендә ауылдаштары уның өсөн туғандарына әйләнеп бөткән тиерлек.
Ғүмеренең медицинаға бағышланған йылдарында нимәләр генә күрергә, ниндәй генә ҡатмарлы мәлдәр менән осрашырға тура килмәгән уға.
«Ҡайһы ваҡыт арып-талып, өйгә ҡайтҡан саҡтарҙа, был һөнәрҙе ниңә һайланым икән, тип ултырған мәлдәр ҙә була. Ә һуңынан, һинең килеүеңде түҙемһеҙлек менән көтөп торған, ярҙамың өсөн бар йөрәктәренән рәхмәт һүҙҙәре еткергән ауылдаштарҙы күҙ алдына килтерәм дә, дөрөҫ һөнәр һайлағанымды аңлайым. Үҙемде бәхетле, тип һанайым. Тормошомдо яңынан башлаһам да, унда бер нимә лә үҙгәртмәҫ инем», - ти Резеда Октябрь ҡыҙы йылмайып. Һәм бының менән ризалашмай мөмкин дә түгел.
Читайте нас: