+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Март 2021, 13:00

Беҙҙең Хәлиҙә еңгә

Бөгөн яҙҙың матур байрамы – 8 Март. Байрам уңайынан бөтәһен дә ҡотлайбыҙ һәм ҡатын-ҡыҙ бәхете теләйбеҙ.Ошо уңайҙан һеҙҙең иғтибарға гүзәл заттарыбыҙға арналған яҙмалар тәҡдим итәбеҙ.Киләһе яҙма – Дәүләкән районы Буранғол ауылында йәшәүсе Хәлиҙә Тимерғәле ҡыҙы Вафина тураһында.Уның хаҡында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

"Тыуып үҫкән ерҙән, килен булып төшкән ер яҡын,"-тигән әйтем йөрөй беҙҙең яҡтарҙа. Шундай килендәрҙең береһе - Хәлиҙә Тимерғәле ҡыҙы Вафина.
Хәлиҙә еңгә Буранғол ауыл клубының "Табын"төркөмөндә ул ойошторолғандан бирле, 2006 йылдан әүҙем ҡатнаша. 5 бала тәрбиәләп үҫтереп, 2007 йылдан хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан, дәрт-дарманы ташып торған ханым бер сарананда ситтә ҡалмай. Еңгәбеҙ әҙәбиәт ярата, матур итеп йырлай, тормош иптәше, мәрхүм Әнүәр Әхмәҙғәле улы баянда уйнар ине. Шуға ла ике ҡыҙына йырлы - Раушания, Уралия тип исем ҡушҡандар. Улдары Илдар һәм Юлай техника ярата, водитель, тракторсы һөнәрен һайланы, ә төпсөк ҡыҙҙары Юлиә-Сорғот ҡалаһында шәфҡәт туташы булып эшләй.
Тыумышы менән Хәлиҙә Тимерғәле ҡыҙы Көрмәнкәй ауылынан. Үҙе лә ишле ғаиләлә тыуған. Рәшиҙә Йосоп ҡыҙы менән Тимерғәле Рәхимйән улы Вәлиевтар 7 бала тәрбиәләп үҫтергән .
Хәлиҙә Тимерғәле ҡыҙы Вафина ауылдаштарына ярҙамсыл,ололарға кеселекле, йәштәргә кәңәшсе. Төрлө яҡтан да килгән Хәлиҙә еңгәне ауылда бөтәһе лә ярата, хөрмәт итә .Балаларының ҡәҙер-хөрмәте менән, таҙалыҡта йәшәргә яҙһын Хәлиҙә еңгәгә.
Иман нуры булып балҡып тора,
Күңелдәре нурлы ҡатындар!
Һеҙҙә бер ҡасан да сисеп булмаҫ
Мәңге аңлап бөтмәҫ серҙәр бар…
Резеда Ҡорбанғәлиева.
Читайте нас: