Быйыл ҡар ҡатламының ҡалын булыуы сәбәпле, ҡырағай хайуандарға аҙыҡ табыуы ауыр. Шуны күҙ уңында тотоп, парк хеҙмәткәрҙәре йылдағыса уларға ярҙамға ашыға. Тәғәйен урындарға ҡуйып кителгән аҙыҡтарҙы, йәғни “урман ашханаһын” хайуандар тиҙ арала килеп таба һәм был урынды онотмай.