+31 °С
Ясно
Антитеррор
ЙӘМҒИӘТ
14 Марта 2021, 09:00

ИСЕМЕҢ МАТУР, КЕМДӘР ҠУЙҒАН? (Аҙағы)

Атаһы менән әсәһе бер - береһенә ҡарашып ала. Улар шулай әллә нисек кенә матур итеп бер береһенә ҡараша беләләр.

- Исемең матур һинең, ҡыҙым, кәмһенмәй йөрөт исемеңде. Тыңдама кеше һүҙен. Улар нимә белһен? Нух заманынан ҡалған боронғо исем ул. Беҙҙә генә юҡ, башҡортта. Аҡыллы, тоғролоҡло йәш кәләштең исеме ул. Бер китапта егет саҡта уҡығайным. Бик ныҡ оҡшап ҡалғайны. Ҡыҙым булһа, Сусанна, тип ҡуштырырмын тигәйнем. Тик китаптағы исемде оҡшатҡаным өсөн генә Сусанна түгел исемең, ҡыҙым. Онотҡан инем мин ул үҫмер саҡтағы һүҙемде. Һуғыш яңынын иҫкә төшөрҙө.
-...Беҙ Көньяҡ - Көнсығыш фронтта һуғыштыҡ. Беҙ йөрөгән ерҙәрҙә һуғышыуы ҡыйыныраҡ, ауырыраҡ булды, шикелле. Ниместәр генә түгел ине сөнки. Венгрия ғәскәрҙәренә, поляктарға, украиндарға, тағы әллә кемдәргә ҡаршы һуғышырға тура килде. Ныҡ ҡаршылыҡ күрһәттеләр. Еңелеүгә кем риза булһын? Сандомир ҡалаһы эргәһендә беҙҙең частың бер нисә һөжүмен кире ҡаҡтылар 44 - тең ауғысында. Мин шунда яраландым. Яраланғанмын - үҙем белмәйем. (Сусана атаһының ҡағыҙҙарын аңлап етмәһә лә уҡый торғайны. Львовско - Сандомирская операция тигән яҙыу әле лә хәтерендә Ул саҡта атаһына госпиталдә оперция эшләгәндәр икән тип уйлай ине. Бала ғына саҡтары ине шул.)
- Фугасный эснәрәт шартлап, ярсығы һул янбашты юнып алып киткән, ударный валнаһы үҙемде лафетҡа ҡуша бәргән. Мин наводчик булдым һуғышта, артиллерист. Ҡан күп аҡҡан, үҙем иҫһеҙ ятҡанмын. Күпме ятҡанмындыр инде - санитарҙар күреп ҡалған тере икәнемде.
Атайҙары һул аяғын, тубығын һыйпап ала ла ҡарашатарын ҡайҙалыр йыраҡҡа төбәп, тынып ҡала...
Ҡаты яраланып, ауыр контузия алған атайҙары сентябрь урталарында саҡ ныҡлап аңына килгән. Был турала ауылға ла хәбәр иткәндәр.
Һуғыштың башынан алып яу эсендә йөрөгән Ҡөҙрәт Ҡыямов 44 - тең декабрендә ҡултыҡ таяғына таянып ҡайтып төшә ауылына. 4 йәшлек улы Сөнғәтте күтәреп, кәләше Сәхибә ҡаршы ала уны. Бер йылдан һуң тыуған ҡыҙҙары Сәфәрбикә ғүмерһеҙ була. Тағы ике малай - Сибәғәт, Бүләкбай, ике ҡыҙ - Сусана, Нәсимә тыуа Ҡыямовтарҙа.

- ... Иҫем ҡайта башлағас, һөйләшергә, һүҙ әйтергә маташҡанмын. Кем аңлаһын минең телемде? Башҡортто? Тотлоға - тотлоға нимә әйтергә теләгәнмендер инде... Кем ҡолаҡ һалһын беҙгә - госпиаль лыҡа тулы яралылар. Ә ҡолаҡ һалыусы булған минең һаташыуыма. Ваенвращ ҡатын иғтибар иткән, тыңлап йөрөгән. Тыңлап ҡына түгел, яҙып алып барған. Ул ҡағыҙ киҫәге әле лә бар - документтарым менән алып ҡайттым.
- Шәп ҡатын ине ваенвращ! Ниндәй генә ауыр яралы булмаһын, эсендә йәне ҡалған һәр һалдатты аяҡҡа баҫтыра ине. Мине лә терелткән бит, ярым үлекте. Сабырһыҙыраҡтарҙы ирҙәрсә уҫал итеп һыҙыра әрләп ташлай ҡайһы саҡта - терпи, казак! Баштарын ҡайҙа тығырға белмәй ине теге бәләсниктәр...
- Мәрйә түгел ине. Русса ҡаты һөйләшә, хәбәрҙе еренә еткермәйерәк әйтә. Тауышы ҡалынса, яғымлы. Беҙҙең СССР - ҙыҡы ла түгел икән. Испания тигән илдән. Испанияла граждандар һуғышы булған беҙҙәге һуғыштан алда. Беҙҙән күп барғандар унда ярҙам өсөн. Шунда урыҫ афисырына ғашиҡ була был. Илен ташлап, беҙгә килә. Беҙҙә һуғыш ҡалҡҡас, ире менән һуғышта йөрөй. Ире батырҙарса һәләк була ҡамауҙан сыҡҡанда. Ә был ялан госпиталдәрендә ҡала. Үҙе лә яраланған әллә нисә рәт, тик сафта ҡалған.
Минең һаташҡан саҡта урыҡ - һурыҡ әйткән һүҙҙәремде яҙып барған военвращ. Урыҫ булһам, аңлар ине, бәлки, яҙып та алмаҫ ине. Ә минекен яҙған. Ҡайҙа әле ул ҡағыҙ, әсәһе? Бир әле.
Әсәләре алып биргән ҡағыҙҙы ҡулдан - ҡулға йөрөтөп ҡаранылар.
- Йыртып ҡуймағыҙ. Мына враштың яҙып алған һүҙҙәре. Сусаналар ҡатҡыл һарғылт ҡағыҙға химик ҡәләм менән яҙылған һүҙҙәрҙе күрҙеләр. Һыҙыҡтар, күп нөктәләр күп итеп ҡуйылған ине ниңәлер.
- Уҡый алдығыҙмы? Ҡана үҙем уҡып бирәйем. Мин әйткән һүҙҙәрҙе нисек ишетә - шулай, мәғәнәһен аңламаһа ла, яҙып барған ваенвращ: "Алабир-а. И-сан каи - а - ам. ...Кы-ымбула. Исим кучам. Вы- раш."
Мин һөйләшә башлағас, үҙемдән һораны. Аңлаттым, һинең исемеңде, иҫән ҡайтһам, ҡыҙыма ҡушам, тинем. Шул тиклем ҡыуанды, рәхмәттәр әйтте.
Мин был һүҙҙәрҙе бер юлы түгел, ә иҫемә килгән саҡтарҙа әйткәнмен. Берәмләп, яртышарлап та әйткәнмен. Мына ҡарағыҙ - көнөн, сәғәтен яҙған хатта.
Сусаналар бергәләп һөйләмен килтереп сығарҙылар был яҙыуҙың: "Алла бирһә, иҫән ҡайтһам, ҡыҙым булһа, врачтың исемен ҡушам."
- Ваенвращтың исеме Сусанна ине, балалар. Мин уҡыған китаптағы кеүек. Яралы саҡта һаташып әйткән нәҙеремде үтәргә тейеш инем мин, ҡыҙым. Сусанна ҡыҙым. Исемеңдән оялмай йәшә, ҡыҙым. Минән һиңә һуғыштан алып ҡайтҡан ҡомартҡы ул.
Исемен яратты Сусана, оялманы, кәмһенмәне. Үҙенең исемен тәүгә ишетеүселәрҙең ҙур итеп асылып киткән күҙҙәренә ҡарап, яғымлы йылмайҙы:
Һорашҡандарға ике һүҙ менән генә аңлатты.
- Сусанна! - тиһәләр ҙә әү! тине,
- Сусана! Һәй, испаңкы! - тиһәләр ҙә әү! тине. Исеме уны башҡалар араһында саҡ ҡына серлерәк, саҡ ҡына йомоғораҡ итте, саҡ ҡына йырағыраҡ йөрөттө. Яратышып ҡауышҡан йәре, Сусаннаһын бер ҡараштан, ярты һүҙҙән аңлай белгән, "Сусаннам," - тип өҙөлөп торған ире кеүек наҙлы, яғымлы итеп берәү ҙә әйтә белмәне шулай ҙа. Һөйөндөгөнә ғүмер биреңкерәмәне Хоҙай. Тик Сусана уны, ғүмерлек берҙән - бер мөхәббәтен, янында һаман бар тип, һаман яратып йәшәй.
Ә Һөйөндөк үлгәс, килеп ябырылған һоратыусыларҙың килгән береһен, ҙур йәшкелт күҙҙәре менән көйҙөрә ҡарап, шундуҡ төңөлдөрөп, бороп сығара торҙо.
Исемен ярата Сусана. Рәхмәт атаһына, йәнкәйе йәннәт түрендә була күрһен.
..........................................
...Тағы домофонмы? Юҡ, өй телефоны икән. Ялп итеп килеп етте өҫтәле янына. Яулығын ҡолаҡ артына ҡыҫтырҙы.
- Әлеү! Һинмеһең, Ғәлимә? Яңылыҡтарығыҙ бармы, тиһеңме? Бар, бар! Һөйөнсөләйем әле - осона сыҡтыҡ кәнителдең. Эшләп бөттөләр ҡағыҙҙарын. Мирасыма мираҫ иттем өлкән олатаһының фатирын. Ҡайтам, ҡайтам ауылыма! Төйнәнеп бөттөм. Ошо кесаҙна күсенәм Аллам бойорһа.
- Рәхәттән йәйәү ҡастығыҙ инде, Сусанна инәй, -тип көлдө телефондағы яғымлы тауыш.
- Рәхәте ят бит, балаҡай. Алты йылы алтмыштай булды әйтәгүр. Ҡайҙа тыуғанһың, шунда йәшә икән. Ауылда ла өйҙө Һөйөндөгөм һалған аласыҡ нигеҙенә нәйәт итеп эшләп бирҙеләр малайҙарым. Барып күрерһең. Килеп йөрө, йәме, Ғәлимә, ташлама мине. Машинаң бар. Бөгөн кис тә килеп сығырһың әле. Мирас та бында. Бер ҡомартҡы яҙыу күрһәтермен һеҙгә.

Тамам.
Таңһылыу Ҡарасурина.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас