Уға 90 йәш. Мөләйем йөҙлө, асыҡ сырайлы был инәйгә һоҡланмау мөмкин түгел. Иҫегеҙҙәлер, Хәниә Фәрхи үҙенең концерттарында үҙенең бала сағын йыш ҡына иҫкә алып һөйләй торғайны. Бәхетле, матур ғаиләлә талантлы балалар үҫкән. Үҙенсәлекле тауышлы Хәниә апай үҙе генә ни тора ине!