-4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Март 2021, 23:00

Бөтә донъя социаль хеҙмәт көнө

2021 йылдың 16 мартында Бөтә донъя социаль хеҙмәт көнө билдәләнә.

Хеҙмәт эшмәкәрлегнең күпселек төрҙәре араһында кешеләрҙән һөнәри эшмәкәрлек сифаттарын күрһәтеү һәм тормошта ҡулланыуҙы ғына түгел, ә күңел ҡушыуы буйынса эш итеүҙе, кешелеклек һәм изге күңелле булыуҙы ла талап иткәндәре айырым урынды алып тора. Социаль хеҙмәткәр һөнәре бының яҡшы миҫалы булып тора. Ул беҙҙең илдә лә, сит илдәрҙә лә киң танылыу яулаған. Тап шуның өсөн бөгөн һөнәри байрамдар календарендә Бөтә донъя социаль хеҙмәт көнө булдырылған да инде. Ул һәр йыл һайын март айының өсөнсө шишәмбеһендә билдәләнә.
Беҙҙең районда ла социаль хеҙмәткәрҙәр бихисап. Ҡоръятмаҫ ауылынан Әбкәримова Фәриҙә Камил ҡыҙы тап шундай изге күңелле, ярҙамсыл социаль хеҙмәткәрҙәрҙаең береһе. Ул күп йылдар дауамында ошо өлкәлә хеҙмәт һалған. Хәҙер хаҡлы ялда. Уны байрам менән ҡотлайбыҙ һәм уңыштар, сәләмәтлек, оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Ригина Ғәзизова.
Читайте нас: