-4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Март 2021, 10:35

“Индерерлек йүнле әҙәм бар мыни..”

Аптырағандан әйтелгән һүҙҙәр

Ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһында фатирын ҡыҙҙарға йәшәп торорға тапшырған ирҙе туҡмап, 40 мең һум тирәһе аҡсаһын талап алып сығып китеүҙәре тураһында хәбәр киң таралды. Фатирын күреп сығырға тип килгән хужаға ҡыҙҙар эргәһендә ят егеттең йәшәүе оҡшамай, әлбиттә, һәм ул дәғүә белдерә, һөҙөмтәлә ике арала низағ килеп сыға. Егет ирҙе туҡмап, аҡсаларын алып сығып шыла. Полиция хеҙмәткәрҙәре уның эҙенә тиҙ төшә. Ҡыҙҙар эргәһендә һин дә мин йәшәп ятҡан 32 йәшлек өфөлө була ул. Бөгөн фатир хужаларының йәшәп торорға ҡулай кеше эҙләүҙәренә аптырайһы түгел. Индерерлек йүнле әҙәм бар мыни, тиҙәр улар. Ә бит улар хаҡлы, кеше ҡауын түгел, ярып ҡарап булмай....
Читайте нас: