+27 °С
Ясно
Антитеррор
ЙӘМҒИӘТ
16 Марта 2021, 05:05

Әсәй- ҡара гүрҙә, атай – төрмәлә...

Ир ҡатынын үлтергәнсе туҡмаған

Енәйәттең төп сәбәпсеһе – эскелек. Был пар өс йыл бергә йәшәмәгән була. Атай кеше балаларына аҡса бирергә килгеләп йөрөй. Фажиғәле хәл булаһы көндө улар ҡатыны менән бергә дуҫтарында ҡунаҡ булалар, бергәләп иҫерткес эсемлектәр эсәләр. Ҡатынының йөрөгән ирҙәре күп була, бергә йыйылышҡас иргә был хаҡта һөйләйҙәр. Артабанғы ҡанлы ваҡиға ҡатындың йортонда ҡылына. Өйгә ҡайтҡас, ҡатын бараһы ере барлығын, өйгә ҡайтамы-юҡмы икәнлеген үҙе лә теүәл генә белмәүен әйтә. Ир уны сираттағы һөйәре янына сығып китә тип уйлай һәм курткаһынан эләктереп алып, иҙәнгә йыға ла туҡмай башлай. Тамам ярһыған, күҙенә аҡ-ҡара күренмәгән иҫерек ир ҡатындың тынып ҡалғанын абайлағас ҡына туҡмауҙан туҡтай һәм башта ағаһына, унан полицияға шылтырата. Суд ирҙе алты йыл да алты айға хөкөм итә, етем ҡалған балалар ғына йәл...
Читайте нас