- тип һамаҡлай торғайны элек әбейҙәр беҙ ҡурсаҡ күтәреп сыҡҡанды күрһә. Сәстәре төрлө төҫтә, күлдәктәре матур була торғайны совет осорондағы ҡурсаҡтарҙың. Ҡаты аҡ тәпешкәләрен бер систерәһең, бер кейҙерәһең, сәсен тарайһың, үрәһең, ғәләмәт мауыҡтырғыс була ине улар менән уйнау. Унан пупсиктар сыҡты. Усҡа ғына һыймалы ине улары. Ошондай ҡурсаҡтар һеҙҙеке лә бар инеме? Һеҙҙән яуаптар көтөп ҡалабыҙ.