0 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Март 2021, 17:15

Изге йөрәге өсөн рәхмәт!

6 мартта Бөтә донъя социаль хеҙмәт көнө билдәләнде. Ошо уңайҙан социаль селтәрҙәрҙә социаль хеҙмәткәрҙәр тураһында һөйләгән флешмоб ойошторолдо.Унда һүҙ район ауылдарында эшләүсе социаль хеҙмәткәрҙәр хаҡында бара.Рәмзиә Мәжит ҡыҙы Ҡадирова тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Социаль эш – йәмғиәттең төрлө ҡатлам кешеләренә: ветерандарға, инвалидтарға, күп балалы ғаиләләргә, тәғәйен йәшәү урындары булмағандарға ярҙамға йүнәлтелгән һөнәри эшмәкәрлек. Социаль хеҙмәттәр функциялары Рәсәйҙә лә, башҡа илдәрҙә лә оҡшаш. Улар – психологик һәм рухи ярҙам, көнкүрештә һәм хужалыҡты алып барыуҙа ярҙам күрһәтеү. Беҙ яңылыҡтар тапшырыуында ирекмәндәрҙең пенсионерҙарға йәки ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә ярҙам итеүҙәрен йыш ҡына күреп торабыҙ. Улар – башҡаларға ярҙам итеү өсөн көн-төн хеҙмәт һалған төрлө социаль хеҙмәттәр һәм ойошмалар.
Бөтә донъя социаль хеҙмәт көнө йыл һайын марттың өсөнсө шәмбеһендә билдәләнә. 2021 йылда ул 16 мартҡа тура килә. Быйыл донъяла ҡатмарлы эпидемиологик хәл сәбәпле социаль хеҙмәтте һәм башҡаларға ярҙамға килергә әҙер торғандарҙы билдәләп үтеү айырыуса актуаль булып тора. Ошондай хеҙмәткәрҙәрҙең береһе – Рәмзиә Мәжит ҡыҙы Ҡадирова. Ул 2009 йылдан башлап социаль хеҙмәткәр булып эшләй һәм Александровка, Романовка ауылдарынан ярҙамға мохтаж 19 кешене һәм Дәүләкән ҡалаһынан бер нисә кешене хеҙмәтләндерә. Рәмзиә Мәжит ҡыҙы намыҫлы, яуаплы, үҙ эшен яратып башҡара һәм үҙенең ҡарамағында булғандарҙы ихтирам итә, уларға тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында ярҙамға ашыға: аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һатып ала, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләй, уларҙы дауаханаға, баҙарға оҙатып йөрөй һәм башҡа эштәр башҡара. Ярҙам һорағандарҙың береһен дә кире ҡаҡҡаны юҡ. Ул бик аҡыллы, сабыр холоҡло, ҡул эштәренә маһир, яҡшы хужабикә. Өй эсе лә , йәйҙәрен баҡсаһы ла сәскәләргә күмелеп ултыра, баҡсаһында мул уңыш үҫтерә. Коллегалары араһында абруй менән файҙалана. Уны ошо һөнәри байрамы һәм 17 мартта билдәләйәсәк күркәм ғүмер байрамы менән ҡотлап, оҙон ғүмер, эшендә артабан да уңыштар, бәхет, сәләмәтлек теләйбеҙ һәм Изге йөрәге өсөн бар күңелдән рәхмәт әйтәбеҙ!
Розалия Романко.
Читайте нас: