Люциә Хәмиҙулла ҡыҙы Буранғол ауылында социаль хеҙмәткәр булып эшләй. Социаль хеҙмәткәр - ул Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге белгесе. Уның төп бурысы - ярҙамһыҙ ҡалған кешеләргә ярҙамлаша: ярҙам кәрәк булған кешеләрҙе асыҡлай, уларҙың көндәлек тормошон еңеләйтергә тырыша, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар, көнкүреш әйберҙәре һатып ала, төрлө ташламаларға документтар юлларға ярҙам итә.
Люциә Хәмиҙулла ҡыҙы - изге күңелле, мөләйем, аралашыусан һәм тормошто яратыусы ханым. Уның ҡарамағында ярҙамға мохтаж 21 пенсионер. Социаль өлкәлә 2013 йылдан башлап эшләй. Ауылдың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнаша, күп йылдар участка һайлау комиссияһы секретары вазифаһын башҡара. Ҙур хужалыҡ хужабикәһе, йортон һәр саҡ тәртиптә тота, сәскәләр ярата.