Нефтекама ҡалаһынан 16 йәшлек Ангелина ҡустыһы Святослав менән һуҡбайлыҡта йөрөргә мәжбүр. Әсә булған кеше эскесе һәм наркоман. Биш бала тапҡан ҡатындың өс балаһы Себерҙә ирендә ҡалған, Ангелина менән Святослав Башҡортостанға ҡайтҡан. Уларҙың торор ере лә, ашарға ризыҡтары ла юҡ. Ангелина колледжға уҡырға ингән һәм уға ятаҡтан урын биргәндәр, ә ҡустыһы урамда йөрөргә мәжбүр. Әсәнең балаларында ҡайғыһы юҡ. Ҡыҙ опека һәм попечителлек бүлегенә лә мөрәжәғәт итеп ҡараған, әммә бер сара ла күрелмәгән. Телеканалға мөрәжәғәт иткәндән һуң, Нефтекама ҡалаһы белгестәренә лә яуап тоторға тура киләсәк. Бындай кешенең әсә исемен йөрөтөргә хаҡы юҡтыр.