+1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Март 2021, 10:25

Теге өсәүҙән йондоҙнамә!

ҠЫҪАЛА. Күҙҙәргә ҡарағыҙ, шул да етә. Бөгөн әңгәмәсене тыңлап бөтмәйенсә лә, уның ни теләгәнен аңларға була.Ҡалғаны түбәндә.

Ҡуҙы. Алдан доллар, йә биткоин алып ҡуйғайнығыҙмы әллә? Сөнки һеҙҙең өсөн бөгөн аҡса көнө. Хатта алырға хыялланған әйбергә лә аҡсаһы табылыр.
Буға. Тирегеҙҙе һөртөргә лә ваҡыт булмаҫ, эш баҫыр. Яңы танышыуҙар ҡатмарлыҡтар тыуҙырмаҡсы, иғтибарлы булығыҙ.
Игеҙәктәр. Үҙ көсөгөҙҙә шикләнмәгеҙ. Һеҙ ҡурҡҡан әйбер ныҡ ҡабартылған.
Ҡыҫала. Күҙҙәргә ҡарағыҙ, шул да етә. Бөгөн әңгәмәсене тыңлап бөтмәйенсә лә, уның ни теләгәнен аңларға була.
Арыҫлан. Һеҙҙең арттан һөйләйҙәр икән, тимәк һеҙ алда. Ғәйбәтселәргә боролоп та ҡарамағыҙ.
Ҡыҙҙар. Теләгәнегеҙҙе әйтергә ҡурҡмағыҙ. Әммә тураһын әйткән туғанына ярамаған, тигән кеүек, бөҙөрәләтеп тә һөйләргә өйрәнегеҙ.
Үлсәү. Ҡағиҙәләр үтәр өсөн яҙыла, ә уларҙы инҡар итер өсөн түгел. Ҡағиҙәләргә таянмаһағыҙ, һыуға таянырһығыҙ.
Саян. Юлдаш менән юлдар ҡыҫҡара тиҙәр, кем менәндер эшләгәндә, уңыш оҙаҡ көттөрмәҫ. Иң мөһиме юрғанды тегеләй- былай тартҡыламаҫҡа.
Уҡсы. Шәп идея килер. Һәм ул, йә тормошҡа ашҡансы, йә янып юҡҡа сыҡҡансы тыныслыҡ бирмәҫ.
Ылаҡ. Эшең менән һүҙең бер булһын тиҙәр. Бөгөн һеҙҙе эшләтеп, ә үҙҙәре өйрәтеп кенә йөрөргә теләүселәр күп булыр. Һүҙгә алданмағыҙ, арырһығыҙ.
Һыуғояр. Саҡырмаһағыҙ ҙа ҡунаҡ көтөгөҙ. Теләмәһәгеҙ, үҙегеҙ ҡунаҡҡа китегеҙ.
Балыҡ. Бөтә эшкә лә кешеләрҙе күндерә алырһығыҙ. Аҙаҡ уларҙың да ышаныстарын аҡларға тура килер.
Читайте нас: