-11 °С
Ясна
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Март 2021, 10:00

Теге өсәүҙән йондоҙнамә

САЯН. Вирус кеүек донъя яуларға уйлап йөрөһәгеҙ, бөгөн урынығыҙға ултыртырҙар. Үҙегеҙҙе генә түгел, башҡаларҙы ла уйларға кәрәк.Ҡалғаны түбәндә.

Ҡуҙы. Ҡойроҡтарҙан ҡотолор ваҡыт. Уларҙан арынһағыҙ алда һеҙҙе уңыш көтә. Тик бүре кеүек ҡойроғоғоҙҙо мәкегә тыҡмағыҙ.
Буға. Дөрөҫлөктө белә тороп ялғанды тыңлау ҡыҙыҡ та ул, әммә уның аҙағы ҡыҙғаныс булыуы бар. Кешене үпкәләтмәйенсә генә дөрөҫөн әйтегеҙ.
Игеҙәктәр. Кем нимәгә уҡыған инде, тигән әйтем һеҙгә тап килә. Нимәне яҡшы беләһегеҙ, шуны эшләгеҙ.
Ҡыҫала. Тәрән йоҡонан уянған кеүек булырһығыҙ. Йә ысынлап та йоҡоғоҙ туйған, йә илһам килгән.
Арыҫлан. Һеҙҙең нисек эшләүегеҙ күптәргә оҡшамай. Һеҙ, әлбиттә, башҡаларға ҡарамай ҙа эшләй алаһығыҙ, әммә был осраҡта яңғыҙ ҡалыу ҡурҡынысы бар.
Ҡыҙҙар. Бөгөн кем менән аралашыуығыҙға ҡарап, алдағы ике аҙнаға план билдәләргә була. Аҡыллы, янып торған, егәрле кешеләр менән булығыҙ.
Үлсәү. Һәр бер, хатта ике ятып бер төшкә инмәгән идеяларҙы ла ҡарап сығығыҙ. Араларында алтынға бәрәбәрҙәре табылыр.
Саян. Вирус кеүек донъя яуларға уйлап йөрөһәгеҙ, бөгөн урынығыҙға ултыртырҙар. Үҙегеҙҙе генә түгел, башҡаларҙы ла уйларға кәрәк.
Уҡсы. Инде ең һыҙғанып эшкә тотонһағыҙ, ҡамасаулап тик йөрөрҙәр. Артыҡ ҡыҙмағыҙ, эштең аҙағына барыбер етерһегеҙ.
Ылаҡ. Аҡса өлкәһендә илаҡ көн. Йәғни, финанс мәсьәләләргә бөгөн тотонмағыҙ.
Һыуғояр. Һеҙгә бөгөн ял тәтер. Ә ул күңелһеҙ булмаһын өсөн дуҫтар менән осрашығыҙ.
Балыҡ. Эштең ауырлығын, оҙонлоғон етмеш ете тапҡыр үлсәп эшләгеҙ.
Читайте нас