0 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Март 2021, 23:15

Ҡарҙар яуа тын ғына...

Март аҙағы яҡынлашыуға ҡарамаҫтан, ҡыш һаман хушлашырға ашыҡмай. Иртән тороуға бар тирә-яҡҡа аҡлыҡ, сафлыҡ өҫтәп, ап-аҡ мамыҡ юрғанын ябып ҡына тора. Шулай булһа ла, был сафлыҡ та оҙаҡҡа бармаҫ, моғайын. Ә әлегә ошо сихри матурлыҡҡа ҡарап, һоҡланып ҡалайыҡ.Һеҙҙең иғтибарға матур шиғыр тәҡдим итәбеҙ. Уны беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Бәрәкәт булып яуһын!

Аҡ яулыҡта бөтә өйҙәр,
Аҡ түбәтәй - түңгәктә.
Кәпәсле мөрйә иртәнән
Тәмәкеһен көйрәтә...
Ҡыш был, тимәгеҙ. Яҙ башы -
Көрткә сумдырҙы барын.
Һарандар ҙа арба-арба
Тейәп ебәрер ҡарын.
Һуҡрана ир:" Был ҡарҙарҙы
Ҡайҙа ғына итәйем?
Ҡар кәбәндәре осланды -
Инде аҙна һелтәйем..."
Бәрәкәттәр булып яуһын -
Ҡарҙар мәңгелек түгел.
Ә әлегә аҡ донъянан
Ынйылар тирә күңел...
Айһылыу Ғәрифуллина.
Читайте нас: