Фажиғә Белорет районында теркәлгән. 63 йәшлек ир ҡатынын язалап үлтерә. Ирле-ҡатынлы араһында талаш сыға һәм ир ҡатынын ҡатынын туҡмай башлай. Ҡатыны был хаҡта туғандарына хәбәр итеп өлгөрә, әммә ҡасып өлгөрә алмай. Артабан күҙенә аҡ-ҡара күренмәгән, тамам ҡыҙған ир ҡатынына бензин һибә һәм ут төртә. Ваҡиға урынына килеп еткән полиция хеҙмәткәрҙәре ишекте ҡайырып асҡас, ике кәүҙәгә тап була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 80 процент дәрәжәлә тәне бешкән ҡатынды табиптар ҡотҡара алмай, ул дауаханала вафат була, ирҙе ҡулға алғандар. Бергә ғүмер итеп, ҡарттарса көңгөр-ҡаңғыр йәшәп ятыу урынына шундай аяныслы хәл...