-17 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Март 2021, 14:00

ЭҘҘӘРЕҢДӘН БАРАМ...

Ҡайһылай ғына тыйылырға тырышып, алыҫҡараҡ китмәйем, барыбер ике күҙем буйлап йәштәрем субырлап аҡты ла аҡты...Эх, атайым булһа...

...Шыр урман эсенән һуҙылып сыҡҡан берҙәм юл. Танауымды ишеттермәй генә тарта тарта әсәй артынан ҡалышмай эйәрергә тырышам. Мышнайым шул, оҙон үләндең бер осона баҫып, икенсе аяғым менән эләгеп ,ҡулымдағы ҡара ҡомғаным менән, алда барған әсәйемдең аяҡ аҫтына тәкмәс аттым. Ауыртынманым да ул, шулай ҙа күңелһеҙ тамамланыуға барған көнгә тағы ла эс бошорор хәл булды. Әсәйемдең ни ,миндә эше лә юҡ, ауыҙ эсенән ара тирә "хәйерһеҙ генә,эй, хәйерһеҙ генә көн булды " тигәне генә әҙерәк ишетелә лә ул.Хәсрәтен аңлайым да, ҡалайтайым инде?! Бөгөн тәүләп кенә был бесәнлеккә килеп(әсәйемдән ишетеүем буйынса Заһир үҙәге тип атала был ерҙәр)төшөү ине лә бит, арыуыҡ ер таҡырайтып ҡыуанғайныҡ та хатта ,тик бына йәш уҫаҡ үҫентеһенә эләгеп салғы һабы һынды ла сыҡты. Берсә һабын, берсә салғы башын тотоп әсәй ергә сүгәләгәнендә, күҙҙәренән йәш түгел, һағыш ҡына ҡойола ине. "Атайыңдың үҙ ҡулдары менән аштаған һуңғы салғы ла һынды ...инде ҡыҙыу эш мәлендә кем иренә барып инәлермен инде ?! "
Ҡайһылай ғына тыйылырға тырышып, алыҫҡараҡ китмәйем, барыбер ике күҙем буйлап йәштәрем субырлап аҡты ла аҡты...Эх, атайым булһа...
Ҡоралһыҙ ҡалғас нишләйһең?! Әле йүнләп кисләмәһә лә ҡайтыр юлға сыҡтыҡ.Ҡасан салғы йүнәтеп килерҙе белгән юҡ, ҡара ҡомған да минең ҡулда шыҡһыҙ сыйнау сығарып бәүелә бәүелә ҡайтыуға йүнәлде...
Һарҡыу табан атлауы ла еңел кеүек.Аҙымдарымды эреләтә биреп әсәйемдең эҙҙәренә тап килтерергә тырышып атлайым.Юҡ,етә баҫа алмайым.Бер аҙымын ике яһайым,йә бөтөнләй яңылышып яҙа баҫам. Уйнай-уйлана, эләгә -ҡолай атлай торғас Ҡоймабар кисеүенә лә килеп еттек. Артыбыҙҙан дуға ҡамыт һелкенеүен генә ишетерлек итеп резина тәгәрмәсле арбала Хәсән апа һәм Сәбилә инәй яуырындарын тиң ҡуйып, яңы сабылған бесән өҫтөндә ҡыпшайышып ҡына үтеп киттеләр.Арба артынан бер тотам ҡалмаған сәүек эттәре этлегенә һалышыпмы өйрөлөп сөйрөлөп өрөп, мине ҡурҡытып селек ҡыуағына уҡ һырындырып ҡуйҙы .Юл ситенә үк сығып ҡараштарыбыҙ менән оҙатып ҡалдыҡ.Беҙҙең өсөн ят еҫ - ат тире, дегет еҫе танһыҡ ҡына тойолоп, урман һауаһында таралыды .Беҙ яңы кисеүҙе сыҡтыҡ, ә атлы ҡушар инде сусҡа фермаһы тауын да артмаҡлай ине. "Атлы булыу ҡайһылай эрәхәәәт, атайым булмағас ҡайҙан инде ат..."
Инде күпме йылдар үтте ошо ҡайтыуға. Беҙҙең арттан арбала ҡыуа төшөп уҙып киткән апа ла,инәй ҙә күптән доньялыҡтан киттеләр.(хәйер,арбалы булыуҙамы ни иртә китеүҙәрҙең сәбәбе?)Йәйәүләп кенә йөрөп тә башҡаларҙан һис ҡалышмай донья көткән әсәйем әле лә һәүетемсә йәшәй бирә.Юҡ,ул үпкәләмәне һис кемгә,шулай ҙа, бәлки арбала урын табылып ҡуйһа, кителгән күңелдәре бер аҙ күтәрелер ине лә...
Мин әле лә әсәйемдең артынан эйәрә барам кеүек.Эҙҙәремде тура килтерергә тырышам, тайпылам ҡолайым, ауам йығылам, тик бер нисек тә әсәйемсә килеп сыҡмай.
Юлымда осраған "сәүектәрҙән "һаман өркөп ситкә һыйынам,ә Ул һис ҡасан бирешеп өркмәне лә бит.Янынан уҙып киткән атлы арбалыларға һис ҡасан үпкә,көнләшеү күрһәтмәне, әле лә үҙ көнөн үҙе күрергә ынтылып йәшәй.
Әсәй!Ишетәһеңме?! Мин һинең артыңдан ғына эйәрә барам, ә үҙем артымдан ҡыҙым эйәргән. Һиндәгеләй сабырлыҡ, таһыллыҡ, юҡ,булмаҫ миндә.Ә шулай ҙа, эҙҙәреңдән барам...
Миңзәлә Сирғәлина.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.
https://shonkar.rbsmi.ru/articles/c-sm-er/E--re-d-n-baram-733807/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=13743478
Читайте нас