+2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Апрель 2021, 15:15

Тауыш биреү башланды

za.qorodsreda.ru сайтында Дәүләкәндә киләһе йылда төҙөкләндереләсәк объекттар өсөн тауыш биреү башланды.

Улар барлығы өсәү (һеҙ уларҙы һүрәттә күрәһегеҙ), бөтәһе лә ҡаланың үҙәк паркында урынлашҡан. Һәр объекттың нисек төҙөкләндереләсәге ике вариантта тәҡдим ителгән. Дәүләкәндәргә үҙҙәренә нығыраҡ оҡшағанын һайлап алырға кәрәк.
Тауыш биреү ауыр түгел.
  1. za.qorodsreda.ru сайтына инегеҙ.
  2. Тауыш бирергә тигән төймәгә баҫығыҙ.
  3. Дәүләкән районын һайлап алығыҙ.
  4. Бынан һуң бөтә төҙөкләндереләсәк объекттар күрһәтелгән тәҙрә асыласаҡ.
    1. Уларҙы ҡарап, тикшереп сыҡҡандан һуң үҙегеҙгә нығыраҡ оҡшағанына баҫырға кәрәк.
    2. Анкета асыласаҡ. Унда исем-шәрифтәрегеҙҙе, телефон һандарығыҙҙы яҙырға кәрәк. (Һеҙгә бот шылтырататсаҡ. Тауышығыҙ иҫәпләнһен өсөн ошо телефон һандарының аҙаҡҡы дүрт һанын махсус тәҙрәгә индереү мөһим). Мәғлүмәттәрегеҙҙе ҡалдырырға ҡурҡмағыҙ, был ысын кешеләр тауыш бирә икәнлеген, ә тауыштарҙы өҫтәп яҙыуҙар түгеллеген белер өсөн кәрәк. Йәғни, был – үҙҙәренең тораҡ пунктында тап ошо объекттарҙы күрергә теләгән ХАЛЫҠТЫҢ ЫСЫН ФЕКЕРЕ, тигән һүҙ.
    3. Иң күп тауыш йыйған объект киләһе йылда ҡала паркында барлыҡҡа киләсәк.
      Ҡалабыҙҙың йөҙө – беҙҙең ҡулдарҙа!
      Читайте нас: