-17 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Май 2021, 00:15

Проект лидеры алышынды

Ҡаланың үҙәк паркын төҙөкләндереү проекттары буйынса тауыш биреү дауам итә. Әле ҡайһы проект алда барыуы тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

3 майҙа беҙ проекттар буйынса тауыш биреүҙә үҙәк паркта асыҡ һауала сәхнә һәм ял урындарын төҙөүҙе күҙаллаған проекттың алға сығыуы тураһында хәбәр иткәйнек.
Ә бөгөн инде бөтөнләй башҡа проект алға сыҡты (уны һеҙ һүрәттә күрәһегеҙ). Ул «икенсе» урындан 20 тауышҡа алдараҡ бара. Был бөтә нимәнең теләһә ҡайһы үҙгәрә алыуын күрһәтә. Шуныһы яҡшы, тауыш биреү тамамланырға әле ваҡыт бар – ул za.qorodsreda.ru сайтында 30 майға тиклем дауам итәсәк. Ошо уҡ сайтта башҡа проекттар менән дә танышырға мөмкин. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, иң күп тауыш йыйған проект 2022 йылда үҙәк парк территорияһында төҙөләсәк.
Тауыш биреү бик еңел.
1. za.gorodsreda.ru сайтына инергә.
2. Тауыш бирергә тигән төймәгә баҫырға.
3. Дәүләкән районын эҙләп табырға.
Бынан һуң төҙөкләндереләсәк объекттарҙың бөтәһе менән тәҙрә асыласаҡ.
4. Уларҙы өйрәнергә һәм үҙегеҙгә оҡшағаны өсөн
тауыш бирергә.
5. Анкета асыла. Бында исем-шәрифтәрегеҙҙе, телефонығыҙҙы яҙығыҙ. (Һеҙгә бот шылтыратасаҡ. Шул телефон һандарының һуңғы дүртәүһе бирелгән тауыш иҫәпләнһен өсөн махсус тәҙрәгә индереләсәк код буласаҡ).
Үҙегеҙ тураһында мәғлүмәттәр ҡалдырырға ҡурҡмағыҙ, был реаль кешеләр тауыш бирә, ә тауыштар өҫтәп яҙылмай икәнен белеү өсөн кәрәк. Йәғни, был үҙҙәренең тораҡ пункттарында тап ошо объекттарҙы күрергә теләгән КЕШЕЛӘРҘЕҢ РЕАЛЬ ФЕКЕРЕ, тигән һүҙ.
Читайте нас