0 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Июнь 2021, 17:04

Йәйге ҡояш торошо көнө

21 июндә илебеҙҙә Йәйге ҡояш торошо йәки иң оҙон көн һәм иң ҡыҫҡа төн билдәләнде. Ошо уңайҙан Дүртөйлө, Мәкәш, Буранғол, Ҡаҙанғол, Ташлы Шәрип һәм башҡа ауылдарҙа йәшәүсе инәйҙәр, балалар, ир-егеттәр был көндө Ярыштау, Мәкәш тауы, Балҡантау, Йылан тауы, Пожар тауы һәм ауылдарҙағы бүтән тауҙарға  менеп, боронғо йолаларҙы тергеҙеү һәм улар менән  үҫеп килеүсе быуынды таныштырыу маҡсатында сара үткәрелгән. Уның тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

21 июндә илебеҙҙә Йәйге ҡояш торошо йәки иң оҙон көн һәм иң ҡыҫҡа төн билдәләнде. Йыл һайын был көн 21 июнгә (кәбисә йылында – 20 июнгә) тура килә. Шулай уҡ ул Ҡояш байрамы булараҡ та билдәле. Славян халыҡтары уны Ярило (Ҡояш аллаһы) йәки Ивана Купала көнө тип атала. Был көн барлыҡ халыҡтарҙа ла үҙенсәлекле һанала. Был көндөң ғөрөф-ғәҙәттәре, үткәрелгән йолалары үҙҙәрендә айырым мәғәнә һаҡлай һәм ошо мәлдә теләгән теләктәр киләһе йылда кешеләрҙең ғүмере ниндәй буласағын билдәләй. Ҡояш һәм башҡа түңәрәк әйберҙәр: ҡоймаҡ, шәнгә, бәлештәр, һауыт-һаба көндөң символы булып һанала. Аҡ, һары төҫтәргә өҫтөнлөк бирелә. Был көндө теләгән теләктәр ҡабул була , тип иҫәләнә.

Ошо уңайҙан Дүртөйлө, Мәкәш, Буранғол, Ҡаҙанғол, Ташлы Шәрип һәм башҡа ауылдарҙа йәшәүсе инәйҙәр, балалар, ир-егеттәр был көндө Ярыштау, Мәкәш тауы, Балҡантау, Йылан тауы, Пожар тауы һәм ауылдарҙағы бүтән тауҙарға  менеп, боронғо йолаларҙы тергеҙеү һәм улар менән  үҫеп килеүсе быуынды таныштырыу маҡсатында ҡысҡырып, ысын күңелдән изге теләктәр теләгән, бер юлы 5 намаҙ уҡыған, үҙҙәре менән саф шишмә һыуы алып барып, тирә-яҡҡа бөрккән. Шулай уҡ дөйөм табын ҡоролған. Уларҙа ҡояш формаһында булған ашамлыҡтар ҡуйылған. Доғалар тамамланғандан һәм теләктәр теләгәндән һуң бергәләшеп сәй эскәндәр, төрлө уйындар уйнағандар, һөйләшеп, күңел асып ултырғандар.

Йәйге ҡояш торошо көнө
Йәйге ҡояш торошо көнө
Йәйге ҡояш торошо көнө
Йәйге ҡояш торошо көнө
Читайте нас: