-1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Август 2021, 13:00

Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух

7-се мәктәптең башҡорт теле уҡытысыһы Ғәлиә Дәүләтова балаларҙы туған телде һаҡларға һәм яратырға өйрәтеп кенә ҡалмай, спортҡа ла ылыҡтыра  

Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух
Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух

Августың икенсе шәмбеһендә илебеҙ Физкультурниктар көнө – хәрәкәтсән, көр күңелле һәм әүҙем, сәләмәт йәшәү рәүешен яратҡан кешеләр байрамын билдәләй. Етмәһә, һүҙ һөнәрмән спортсылар тураһында ғына түгел, ә эшмәкәрлек төрөнә һәм йәшенә ҡарамай, беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ хаҡында ла бара.

Физик культура менән шөғөлләнеүсе, сәләмәт тормош алып барырға тырышыусылар һанының көндән-көн арта барыуы - ҡыуаныслы хәл. Ундайҙар беҙҙең районда ла аҙ түгел. 7-се мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыһы Ғәлиә Ғилмулла ҡыҙы Дәүләтова – шуларҙың береһе. Бына инде күп йылдар ул балаларҙа туған телгә, йолаларға ғына түгел, физик культураға ла ихтирам тәрбиәләй.

Спортҡа һөйөү унда бала сағынан уҡ һалынған. Ҡоръятмаҫ урта мәктәбендә уҡыған ваҡытында физкультура дәрестәрендә ул уҡытыусыһы Дамир Сабир улы Әхмәтвәлиев әйткәндәрҙең барыһын да яҡшы итеп үтәй. Үҙ сиратында, ҡыҙҙың тырышлығын, ныҡышмалылығын һәм йылғырлығын күргән педагог, уға саңғы спорты менән шөғөлләнергә кәңәш бирә. Ул йылдарҙа Ҡоръятмаҫ мәктәбе саңғысылары районда иң көслө командаларҙың береһе була.

«Физкультура дәрестәрен бик ярата торғайным, - тип һөйләй Ғәлиә Ғилмулла ҡыҙы. – Миңә бөтәһе лә нисектер еңел бирелә ине: гимнастика снарядтарында төрлө күнекмәләр ҙә башҡара, турникта ла кластағы малайҙарҙың ҡайһы берҙәренән күпкә яҡшыраҡ күтәрелә ала инем, тиҙ йүгерә торғайным. Әммә спорттың башҡа төрҙәренә ҡарағанда саңғыла йөрөргә нығыраҡ яраттым. Мәктәп командаһы менән район ярыштарында ғына түгел, ә республика кимәлендәгеләрендә лә ҡатнаша инек. Районда иһә күп осраҡта беренселекте ҡулдан ысҡындырманыҡ».

Ғәлиә Дәүләтова бөгөн дә саңғыға тоғро ҡала. Әлегә тиклем районда ойошторолған бер генә спорт сараһы ла уның ҡатнашлығынан башҡа уҙмай. Уҡыусылары менән бергә «Алланған йөҙлөләрҙең саңғы юлы»нда ла, «Рәсәй саңғы юлы»нда ла ярыша ул. Әсәһенең физик культура менән мауығыуы улы Динарға ла күскән. Бергәләп улар ҡышын тимераяҡ һәм саңғыла шыуһа, йәйен велосипедтарҙа йөрөй. Бынан тыш, туристик төркөмдәр составында республиканың матур урындары буйлап сәйәхәт итергә яраталар. Уҙған йылда улар Ағиҙел йылғаһы буйлап һалда йөҙгән, Ирәмәл тауының иң юғары нөктәһенә күтәрелгән. Ә быйыл йәй Сусаҡтау, Нарыҫтау, Сатыртау, Торатауҙың башына артылғандар, мул һыулы Еҙем йылғаһы менән һоҡланғандар, Киндерле мәмерйәһен барып күргәндәр. Бер һүҙ менән әйткәндә, әүҙем тормош менән йәшәйҙәр.

«Республикабыҙ бигерәк матур, күп төрлө! Унда урындағы халыҡтар мәҙәниәте, уларҙың теле һәм йолалары кеүек ҡыҙыҡлы нимәләр етерлек. Ә тәбиғәте тураһында әйтеп торорға ла түгел! Йыл һайын улым менән республикабыҙҙың гүзәл бер мөйөшөн барып күрергә тырышабыҙ, - ти педагог. – Сәләмәт тормош алып барыусы кешеләрҙең йылдан-йыл арта барыуын күреп ҡыуанам. Эйе, спорт менән шөғөлләнеү  йәшәү ҡағиҙәһенә әйләнә бара. Спорт кешеләргә сәләмәтлек, көс, матурлыҡ, ыңғай тәьҫораттар бүләк итеп кенә ҡалмай, рухты ла сыныҡтыра һәм ауырлыҡтарҙы еңергә лә өйрәтә.

Лилиә Ғайсина.

Фотолар Ғ. Дәүләтованың шәхси архивынан.

Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух
Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух
Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух
Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух
Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух
Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух
Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух
Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух
Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух
Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: